Конгэк
+7 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
1 Август 2019, 18:10
Юл хатаны ғәфү итмәй
Юл-транспорт ваҡиғаһына шаһит булмағандар бик һирәктер. 24 июлдә Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Иглин районында Volvo фураһы водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, кюветҡа осоуы тураһында хәбәр килә.
Юл-транспорт ваҡиғаһына шаһит булмағандар бик һирәктер. 24 июлдә Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Иглин районында Volvo фураһы водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, кюветҡа осоуы тураһында хәбәр килә.
Ваҡиға урынына янғын һағы, медицина ярҙамы һәм юл-патруль хеҙмәттәре ебәрелә. Аварияла водитель йәрәхәтләнә, әммә реанимация сараһы үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, ул һәләк була.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға тәҡдим итә:
- водитель автомобилдә хәрәкәт иткәндә транспорт сараһының, йөктөң үҙенсәлеген, юл һәм һауа торошо шарттарын иҫәпкә алып, тиҙлекте билдәләнгән сиктән арттырырға тейеш түгел;
- тиҙлектең транспорт сараһын контролдә тоторлоҡ, хәүеф тыуған саҡта мөмкин булған бар сараны ҡабул итерлек булыуы мөһим;
- хәрәкәт, боролош, туҡталыш алдынан водитель яҡтылыҡ менән, әгәр ҙә ул эшләмәһә йәки төҙөк булмаһа, ҡулы ярҙамында сигнал бирергә тейеш;
- маневр яһағанда башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ҡамасау тыуҙырырға тейеш түгел.
Динар СӘЛИХОВ.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Йорт усағы
24 Март , 17:00
“Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Март , 10:00
Башҡортостан уҡытыусылары "Мин - остаз " бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша