ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
15 Август 2019, 18:59

Нимә ул янғын?

Янғындарҙың күбеһе кешенең һаҡһыҙлығы арҡаһында сыға.

Янғындарҙың күбеһе кешенең һаҡһыҙлығы арҡаһында сыға.

Күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа янғын артыуы сәбәпле, 50-се янғын бүлеге уттан һаҡланыуҙың төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә.
Йорттарҙың баҫҡыс майҙансыҡтарында эвакуацияға ҡамасаулаған әйберҙәрҙе ҡалдырыу тыйыла. Был исемлеккә шулай уҡ сарлаҡ, баҙ, балкон, тераса һәм лоджия инә.
Тиҙ тоҡаныусан матдәләрҙе һаҡлау айырым иғтибар талап итә. Аэрозолдәр, баҫым аҫтында баллондарҙы йылытҡыс ҡорамал, ут эргәһендә ҡалдырырға ярамай. Кире осраҡта шартлау булыуы ихтимал.
Газ плитаһының комфоркалары һәр саҡ ябыҡ булырға тейеш.
Көнкүреш газын тәғәйенләше буйынса ғына ҡулланырға кәрәк. Уның өҫтөндә химик матдәләрҙе йылытырға, кейем киптерергә ярамай. Торбаларҙы үҙ аллы ҡутарыу, газды белгестәрһеҙ беренсе тоҡандырыу, тейешле хеҙмәткәрҙәр менән килешеүҙән ҡасып, проектты үҙ аллы үҙгәртеү тыйыла.
Газ үткәргесте белгестәр генә ремонтларға тейеш.
Балаларҙан шырпы, зажигалка, электр тоҡанғыстарын йәшереп тоторға кәрәк. Тәмәке тартыр өсөн айырым урын бүленеү мөһим. Унда кәрәкле тамға, урна һәм көл һауыттары булыуы мотлаҡ.
Биналарҙы йылытыу өсөн газ плиталарын ҡулланырға ярамай. Йылытҡыс ҡорамалдар гардин, пәрҙә, юрған һәм башҡа туҡымаларҙан талап ителгән аралыҡта булырға тейеш. Уларҙың өҫтөндә кейем киптермәйҙәр, әйбер ҡалдырмайҙар.
Дөйөм электр селтәренә бер юлы күп көслө ҡорамал тоҡандырыу тыйыла. Фатир һәм йорттарҙа вентиляция каналдары һәр саҡ асыҡ булырға тейеш.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре еңел. Уларҙы үтәү һеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлар.
Радик ХИСАМОВ, 50-се янғын бүлеге начальнигы урынбаҫары.
Йортта ут сыҡһа, иң башта янғын хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итеү мотлаҡ. Уның өсөн стационар телефондан “01” йәки кеҫә телефонынан “101” номерына шылтыратырға кәрәк.
Читайте нас: