Конгэк
+20 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
12 Сентябрь 2019, 19:01
Шаурма ашап ағыуланғандар
Хәҙерге заманда бер кемгә лә ваҡыт етмәй, балалар, йәше, ҡарты аяҡ өҫтө ашауҙы ғәҙәт итеп алған.
Хәҙерге заманда бер кемгә лә ваҡыт етмәй, балалар, йәше-ҡарты аяҡ өҫтө ашауҙы ғәҙәт итеп алған.
Урамдарҙа бәшмәк кеүек бик тиҙ таралған шаурма киоскыларынан таралған тәмләткестәр еҫе арбай барыһын да. Ниндәй иттән, нисек әҙерләнә, әҙерләүселәр медицина тикшереүе үткәнме – ошолар тураһында балалар уйламаһа ла, ололар хәүефләнергә тейеш бит. Өфөлә 15 кеше, шул иҫәптән 5 бала, шаурма ашап ағыуланып дауаханаға эләккән. Беренсел медицина тикшереүенән һуң, шаурма ашауҙары асыҡлана. 12 сентябргә бишеһенең сәламәтлек торошо “ауыр хәлдә” тип билдәләнә, шул иҫәптән 4 бала һәм 1 өлкән йәштәге кеше. 9 кешенең хәле уртаса.
Роспотребнадзорҙың төбәк идараһы һәм тикшереү органдары күпләп кеше ағыуланыу осрағы буйынса тикшереү эше башлаған. Бәлә тыумағанда саң ҡағырға кәрәк, әлбиттә, етештереү сифаты, сауҙа нөктәләре нисек йыш тикшерелә - контроль даими булырға тейеш.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты