ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
9 Октябрь 2019, 17:47

Мейес яғыуға айырым иғтибар кәрәк

Йыл һайын йылытыу осоро етеү менән мейесте дөрөҫ ҡормау һәм уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле, район-ҡалала уртаса 15-20 янғын теркәлә. Хужалыҡ ҡаралтылары, мунса, һарайҙар ғына түгел, йорттар ҙа яна.

Йыл һайын йылытыу осоро етеү менән мейесте дөрөҫ ҡормау һәм уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле, район-ҡалала уртаса 15-20 янғын теркәлә. Хужалыҡ ҡаралтылары, мунса, һарайҙар ғына түгел, йорттар ҙа яна. Быйыл 15 янғын сыҡҡан. Бәхетһеҙлек осрағын иҫкәртеү маҡсатында янғын күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Раил Ғайсин кәңәштәр бирә:

- Бәлә сыҡмаһын өсөн, мейесте ҡорғанда һәм файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.

Янғындың төп сәбәптәре:

- мейес алдында тимер булмауы;

- яғып ебәреү өсөн бензин, кәрәсин һәм башҡа тиҙ тоҡаныусан шыйыҡса ҡулланыу;

- кирбестәр араһында ярыҡтар барлыҡҡа килеү;

- мейес янында кейем һәм башҡа әйбер киптереү.

Мейесте хәүефһеҙ файҙаланыу талаптары:

- мейесте төҙөүҙе, ремонтлауҙы тәжрибәле оҫталарға ғына ышанып тапшырығыҙ;

- миҙгел башланыр алдынан йылытыу ҡорамалдарының төҙөклөгөн ныҡлап тикшерегеҙ;

- боҙоҡ приборҙарҙың хәүеф сығанағы булыуын онотмағыҙ;

- төтөн юлын һөрөмдән, сүптән таҙартығыҙ. Был эште һалҡындар башланғансы башҡарығыҙ һәм һуңынан өс айға бер тапҡыр ҡабатлағыҙ;

- иҙәндә, мейес алдында 50х70 сантиметр ҙурлығында тимер беркетелһен.

Мөрйәнән осҡондар сығыуы – хәүефле сигнал. Тимәк, һөрөмгә ут тоҡаныу ҡурҡынысы ҙур. Бындай күренеш, ғәҙәттә, янғын менән тамамлана, шунлыҡтан һүндереү ҡорамалдары булдырыу һәм һөрөмдән таҙартыу талап ителә.

Мейесте артыҡ ҡыҙыу яғыу ҙа янғынға килтерә. Һәр эштә сама кәрәк – үтә һалҡындарҙа ла аҙлап яғығыҙ. Ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, был бурысты балаларға йөкмәтмәгеҙ.

Бензин, кәрәсин ҡулланмағыҙ. Мейескә яҡын утын, кер, аяҡ кейеме һәм башҡа әйбер киптермәгеҙ.

Сарлаҡта стеналарҙы һәм төтөн торбаларын аҡларға кәрәк.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген уйларға кәрәк.
Сөмбөл ДАУЫТОВА әҙерләне.
Читайте нас: