ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
10 Октябрь 2019, 15:30

Киләсәктә яңы транспорт системаһы эшләй башлай

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 2020 йылда Башҡортостанда интеллектуаль транспорт системаһы эшләй башлай. Ул идара үҙәгенән һәм “аҡыллы” светофорҙарҙан ғибәрәт.Был хаҡта республиканың транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низакаев белдерҙе.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 2020 йылда Башҡортостанда интеллектуаль транспорт системаһы эшләй башлай. Ул идара үҙәгенән һәм “аҡыллы” светофорҙарҙан ғибәрәт.Был хаҡта республиканың транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низакаев белдерҙе.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың юлдар торошона ныҡлы иғтибар бүлеп, уларҙы төҙөкләндереүҙе тәүге бурыстарҙың береһе тип билдәләүе был тармаҡта эште алға ебәрҙе. “Яҡшы юл – именлектең, уңайлы йәшәү шарттарының төп нигеҙе”, – тине төбәк етәксеһе.
Күрһәтмәләргә ярашлы, һәр кимәлдәге – федераль, республика, район-ҡала – юлдарында төрлө яҡлы төҙөкләндереү эштәре башланды һәм дауам итә.
“Юл эксперты” ҡушымтаһы булдырылып, уның аша халыҡ үҙҙәрендә юл торошо хаҡында белдереү, һөҙөмтәлә проблемаларҙы яйға һалыу мөмкинлеге алды.Интеллектуаль транспорт системаһы булдырыу - ошо маҡсатлы эштең бер өлөшө.
“Рәсәй Транспорт министрлығы ярҙамында Росавтодор тарафынан интеллектуаль транспорт системаһы проекттарын һайлап алыу ысулы эшләнә. Ул йыл аҙағына тапшырылып, киләһе йылдың 1 апреленә тиклем раҫланырға тейеш”, – тине республиканың транспорт дирекцияһы етәксеһе.
Уның һүҙҙәренсә, юлдарҙан үтеү мөмкинлеген һәм юл транспорты ваҡиғаларын онлайн-мониторингылау өсөн үҙәк төҙөләсәк. Был системаны ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәгән камералар ҙа тулыландырасаҡ.
Шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында интеллектуаль светофорҙар индереү планлаштырыла. Улар юлдарҙағы көсөргәнеште көйләй, үтеү мөмкинлеге яйға һаласаҡ, тип күҙаллана.
Читайте нас: