ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
31 Октябрь 2019, 19:14

УЯУ БУЛАЙЫҠ!

Терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш - хәүефһеҙлек тәьмин итеүҙә мөһим бурыстарҙың береһе.

Терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш - хәүефһеҙлек тәьмин итеүҙә мөһим бурыстарҙың береһе. Экстремизм һәм терроризм шәхес, йәмғиәт һәм дәүләт мәнфәғәттәренә янаусы иң ҡурҡыныс күренешкә әйләнде. Ул бөгөн локаль, хатта төбәк проблемаһы ғына түгел, ә масштаблы күренеш.

Район һәм ҡала уҡыу йорттарында йәштәр мөхитендә енәйәтселек, наркомания, экстремизм күренешен булдырмаҫ өсөн даими һәм комплекслы иҫкәртеү саралары үткәрелеп тора. Уларҙың төп маҡсаты - уҡыусылар араһында берҙәмлек, мәрхәмәтлелек, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, үҙ-үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлау ҡағиҙәләрен өйрәтеү.

Терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеүгә арналған асыҡ дәрес, тренинг, әңгәмәләр, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән осрашыу барышында уҡыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ала, хәүефһеҙлек саралары менән таныша. Уҡыусылар именлеген тәьмин итеү маҡсатында ата-әсәләр менән әңгәмәләр, аңлатыу эштәре алып барыла, интернет селтәре мәғлүмәттәре тикшерелә, уҡытыусылар тарафынан рейдтар ойошторола.
Читайте нас: