ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
5 Ноябрь 2019, 19:45

Боҙҙа һаҡлыҡ саралары

Ҡыш еткәнен һәр кем көтөп ала. Тик был аҡ миҙгел үҙенең матурлығы менән бергә хәүефле яҡтары менән дә билдәле. Бала-саға боҙҙа уйнағанда, ир-егет боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлағанда, йылға аша сыҡҡанда йыш ҡына күңелһеҙ осраҡтар килеп сыға.

Ҡыш еткәнен һәр кем көтөп ала. Тик был аҡ миҙгел үҙенең матурлығы менән бергә хәүефле яҡтары менән дә билдәле. Бала-саға боҙҙа уйнағанда, ир-егет боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлағанда, йылға аша сыҡҡанда йыш ҡына күңелһеҙ осраҡтар килеп сыға.

Йөҙә белеү генә бында ярҙам итмәй. Ҡышҡы һалҡын һыуҙа тән температураһы тиҙ төшә һәм кешене хәрәкәтһеҙ ҡалдыра. Шуға күрә боҙ өҫтөнән үткәндә, йылға ярында йөрөгәндә һаҡлыҡ сараларын күреү мотлаҡ.

Боҙға ҡар ятһа, бүтән урында боҙ ҡалынлығы 10 сантиметр булғанда ла, ҡар аҫтында 3 сантиметр ғына тәшкил итеүе мөмкин. Көҙ, яҙ осоронда төркөм менән боҙ аша сыҡҡанда кешеләр араһы 5-6 метр булырға тейеш. Саңғы менән йоҡа боҙ аша сыҡҡанда аяҡ кейемен саңғының бауынан ысҡындырырға кәрәк. Шулай уҡ саңғы таяҡтарының бауын ҡулдан ысҡындырыу ҙа дөрөҫ булыр. Был осраҡта рюкзакты бер яурынға ғына аҫырға кәрәк. Таяҡтар менән төртөп, боҙҙо тишергә лә мөмкин.

Йылғаға шишмә һыуы ҡойған урын йылыраҡ була, шуға күрә ул тирәлә боҙ һәйбәтләп туңмай, туңһа ла йоҡа була.

Балыҡ тотҡанда бер урында боҙҙа күп мәке уйырға ярамай. Шулай уҡ бер урында күмәк кеше урынлашыуы ла хәүефле. Һәр балыҡсы үҙе менән 12-15 метр оҙонлоҡта ныҡлы бау алып йөрөргә тейеш. Бауҙың осона 400-500 грамм ауырлыҡта йөк тағырға, ә икенсе осон тотонорлоҡ итеп төйөнләргә кәрәк.

Боҙ йоҡа булғанда балаларҙың тауҙан һыу яғына ҡарап сана, саңғы шыуыуы ла һәләкәткә килтереүе мөмкин. Ҡыҫҡаһы, боҙҙа һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Читайте нас: