ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
8 Ноябрь 2019, 19:03

Янғындан һаҡ булығыҙ!

Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү бүлеге быйыл республика биләмәһендә 10332 янғында 224 кеше, шул иҫәптән һигеҙ баланың һәләк булыуы, 227 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алыуын хәбәр итә. Мәләүез районы биләмәһендә 161 янғын теркәлгән, 6 кеше һәләк булған, 5 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәте алған. 1 ноябрҙән 4-нә тиклем ҡала һәм район биләмәһендә 4 янғын сыға. 3 ноябрҙә ике фатирлы ағас йортта ут сыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1954 йылғы ҡатын һәләк була. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Ут сығыу осраҡтары шәхси торлаҡ секторҙарында ла күҙәтелә. Корнеевкала тораҡ йорт, Үрге Юлдашта мунса, ҡала ситендәге гаражда сүп-сар яныу осрағы теркәлгән.

Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү бүлеге быйыл республика биләмәһендә 10332 янғында 224 кеше, шул иҫәптән һигеҙ баланың һәләк булыуы, 227 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алыуын хәбәр итә.
Мәләүез районы биләмәһендә 161 янғын теркәлгән, 6 кеше һәләк булған, 5 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәте алған.
1 ноябрҙән 4-нә тиклем ҡала һәм район биләмәһендә 4 янғын сыға. 3 ноябрҙә ике фатирлы ағас йортта ут сыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1954 йылғы ҡатын һәләк була. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Ут сығыу осраҡтары шәхси торлаҡ секторҙарында ла күҙәтелә. Корнеевкала тораҡ йорт, Үрге Юлдашта мунса, ҡала ситендәге гаражда сүп-сар яныу осрағы теркәлгән.
Йыл һайын йылытыу осоро етеү менән мейесте дөрөҫ ҡормау һәм уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, электр селтәрҙәрендә көсөргәнеш артыуы, кешенең вайымһыҙлығы сәбәпле, тораҡ йорт һәм фатирҙарҙа янғындар һаны арта. Электр ҡорамалдарын дөрөҫ хеҙмәтләндермәү, ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәү арҡаһында йыл башынан район-ҡалала уртаса 22 янғын теркәлгән. Бәхетһеҙлек осрағын иҫкәртеү маҡсатында ябай талаптарҙы хәтерҙә тотоу кәрәк:
- бер юлы бер нисә электр приборын ҡабыҙыу тыйыла. өйҙән сыҡҡанда, кеҫә телефондарын зарядлаусы һәм башҡа ҡоролманы электр селтәренән һурығыҙ;
- ҡулдан эшләнгән электр ҡорамалдарын, боҙоҡ приборҙарҙы, розеткаларҙы ҡулланыу ҡәтғи тыйыла;
- уларҙы ремонтлауҙы тәжрибәле оҫталарға ғына ышанып тапшырығыҙ. Тимер сыбығы иҫкергән йәки зарарланған электр йылытыу приборҙары айырыуса хәүефле;
- электр йылытыу приборҙары бауын йылылыҡ һәм һыу сығанағынан йыраҡ тотоғоҙ;
- йылытҡыс янмай торған таяуҙа торорға тейеш;
- электр лампаһында яна торған абажур ҡулланмағыҙ;
- бинала ҡулдан эшләнгән электр селтәре ҡорамалы, йылытыу приборҙары менән файҙаланмағыҙ;
- көнкүреш техникаһын файҙаланғанда розетка ҡыҙа, осҡон сыға икән, иң яҡшыһы - электрик саҡырырға кәрәк. Электр селтәрҙәрен тикшереүҙе иртәгәлеккә ҡалдырмағыҙ. Ваҡытында ремонтланған сым янғын сығыу хәүефһеҙлеген кәметә.
Читайте нас: