ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
24 Ноябрь 2019, 14:40

Һаҡлыҡ сараларын күреү мотлаҡ

Һауа шарттары үҙгәреү менән бәйле автомобилистарҙан да, йәйәүлеләрҙән дә юлда айырыуса һаҡ булыу талап ителә.

Һауа шарттары үҙгәреү менән бәйле автомобилистарҙан да, йәйәүлеләрҙән дә юлда айырыуса һаҡ булыу талап ителә.

Бигерәк тә иртәле-кисле юлда боҙлауыҡ булғанда иғтибарлы булыу мөһим, сөнки күп кенә авариялар тап иртән йә кис теркәлә. Хәүефһеҙлек аралығын үтәү, насар һауа шарттарын күҙ уңында тотоп, дөрөҫ тиҙлек режимын һайлау, тәртипһеҙ маневр яһауҙан һәм ҡапыл тормозға баҫыуҙан тыйылыу, юл билдәләрен үтәү – быларҙың барыһы ла бәхетһеҙлек осрағын иҫкәртеүсе тап ҡағиҙәләр.

Ҡар яуғанда коммуналь хеҙмәт машиналары юлды ваҡытында таҙарта алһын өсөн транспортты оҙаҡ ваҡытҡа юл ситендә ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.

Водителдәргә генә түгел, йәйәүлеләргә лә уяу булырға кәрәк. Көн ҡыҫҡарыу сәбәпле һәм ҡар яуғанда юлда күреү мөмкинлеге кәмей. Юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ. Билдәләнгән урындарҙа ғына сығығыҙ, телефондан һөйләшеп, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәгеҙ һәм ҡараңғы ваҡытта кейемдә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән ҡулланығыҙ», - тип мөрәжәғәт итә ЮХХДИ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға.


Читайте нас: