ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
28 Ноябрь 2019, 18:44

Үҙ ҡулы менән

Ир аҡсаны ҡатынға тоттора ла...

Ир кеше киске 8 тирәһендә электрон иҫәбенә аҡса һалыу ниәте менән банкка килә. Шул саҡ эргәһендә таныш булмаған ҡатын пәйҙә була һәм уның картаһын үҙенең банк иҫәбенән мобиль ҡушымта аша тулыландырырға тәҡдим итә. Алмашҡа уның ҡулаҡсаһын һорай. Ирҙең башына бер шик тә инеп сыҡмай: ул аҡсаны ҡатынға тоттора һәм, иҫәбенә аҡса күсәсәгенә ышанып, китеп тә бара.

Ә ҡатын вәғәҙәһен үтәргә йыйынмаған да юҡҡа сыҡҡан.

Ярай әле 28 йәшлек ир тиҙ арала полицияға мөрәжәғәт итеп, үҙен билдәһеҙ ҡатын алдауы, аҡсаһын урлауы тураһында хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала 35 йәшлек уғры ҡатынды тотҡан, уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул быға тиклем дә хөкөм ителгән булған.

Еңел аҡсаға ынтылыусылар аҙым һайын, абай булығыҙ!
Читайте нас: