ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
4 Декабрь 2019, 19:00

Бөгөн барбыҙ, иртәгә...

Юл тураһында һүҙ йөрөтмәксемен. Ысынлап та өйҙән сығыр алдынан кире әйләнеп ҡайтырыбыҙҙы уйлайбыҙмы? Үҙебеҙ юл ҡағиҙәләрен үтәп йөрөһәк тә, кемдер бәрелмәҫ, тапатып китмәҫ тимә.

Юл тураһында һүҙ йөрөтмәксемен. Ысынлап та өйҙән сығыр алдынан кире әйләнеп ҡайтырыбыҙҙы уйлайбыҙмы? Үҙебеҙ юл ҡағиҙәләрен үтәп йөрөһәк тә, кемдер бәрелмәҫ, тапатып китмәҫ тимә. ЮХХДИ инспекторы Алексей Филатов әйтеүенсә, 1 ноябрҙән 3 декабргә тиклем районда 68 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Унда 9 кешенең ғүмере өҙөлгән, 81 – имгәнгән. Шуларҙың араһында 16 йәше тулмаған 8 бала төрлө тән йәрәхәте алған, 11-нең 18-е тулмаған. Дауаланғандан һуң аварияға тиклемге кеүек сәләмәт ҡалырҙармы, әллә ғәрипме?
Кемдеңдер ашығыуы, йә кәйефе булмауы, спиртлы эсемлек эсеп руль артына ултырыу сәбәпле, бер ғәйебе булмағандар, шул иҫәптән бәлиғ булмағандар зыян күрә. Машина йөрөтөүселәргә бигерәк тә ихтибарлы булырға, транспортты яйыраҡ йөрөтһә мең бәләнән ҡотолорға булғанын онотмаһындар ине.
Ә йәйәүлеләр һаҡланыу сараларын күрәме? Ҡараңғыла беҙҙе, балаларҙы водитель күрәме? Һеҙҙең кейемдә яҡтылыҡ ҡайтарыусы фликерҙар бармы? Алексей Филатовтың әйтеүенсә, ҡараңғыла водитель юл ситенән барған кешене күпселек осраҡта күрмәй ҡала. Республикала 9 ай эсендә төндә 283 юлсы тәгәрмәҫ аҫтында ҡалған, шуларҙың 55-е яҡты донъя менән хушлашҡан. Ғәйеп бында водителдә генә тиһәк дөрөҫ булмаҫ. Үҙебеҙ ҙә үҙебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙҙер инде ул?
Читайте нас: