Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
10 Декабрь 2019, 16:00

Мутлашыусыларҙың ҡулы оҙон

Был тема бөгөн бик актуаль. Тәүҙә әйтегеҙ әле, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарығыҙ, документтарығығыҙ тәртиптәме, һәр ваҡыт уларҙы йыйып йөрөйһөгөҙмө? Компьютерығыҙға үҙегеҙ генә белгән пароль ҡуйылғанмы? Һүҙ электрон ҡултамға тураһында...

Был тема бөгөн бик актуаль. Тәүҙә әйтегеҙ әле, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарығыҙ, документтарығығыҙ тәртиптәме, һәр ваҡыт уларҙы йыйып йөрөйһөгөҙмө? Компьютерығыҙға үҙегеҙ генә белгән пароль ҡуйылғанмы? Һүҙ электрон ҡултамға тураһында.
Әгәр ҙә енәйәтсе сит кеше исемендәге көсәйтелгән квалификациялы электрон ҡултамғаны булдырыу әмәлен таба икән, бының менән ул кәрәгенсә файҙалана ала. Шуның өсөн уға үҙең генә белгән ПИН-код ҡуйыу зарур. Башҡа кеше белһә, тимәк, ул һеҙҙең исемдән төрлө документҡа ҡултамға ҡуя ала. Әгәр ҙә шик тыуһа, уның менән ҡулланмаҫҡа һәм тиҙ арала яптырыуҙы хәл итергә кәңәш ителә.
Мутлашыусы асҡысты нисек белә? Беренсенән, ҡарауһыҙ ҡалдырылған ПИН-кодлы документтарҙы (мәҫәлән, флешка, диск аша) алып, үҙенә кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡултамға ҡуйып, урынына кире һалып ҡуя ала. Икенсенән, махсус сертификатлау үҙәктәрендә (әгәр бында үҙ бурыстарына еңел-елпе ҡараған хеҙмәткәрҙәр эшләһә, «Электрон ҡултамғалар тураһында»ғы Федераль закондың 63-сө статьяһын боҙоп, шәхси кеше тураһында мәғлүмәт бирһә) үҙенә кәрәкле ҡағыҙҙарҙы үҙләштерә ала. Бында ҡултамғаның хужаһын идентификациялау өсөн электрон почтанан ебәрелгән фото, паспорттың скан-күсермәһе, ИНН, СНИЛС һәм башҡа документтарҙы ғына тикшереүе лә дөрөҫ түгел. Ә үҙәккә кеше, уның нөсхәһен тотоп, үҙе килеүе мотлаҡ. Хатта ышаныс ҡағыҙы менән дә электрон ҡултамғаны алып булмауын иҫегеҙҙә тотһағыҙ ине.
Күсемһеҙ милек менән эш иткәндә квалификациялы электрон ҡултамға ҡулланыу тураһында Федераль закон быйыл 13 августа үҙ көсөнә инде. Яңы ҡағиҙә буйынса төрлө килешеүҙәр тик милек хужаһының яҙма ризалығы менән генә үткәреләсәк. Бының өсөн күп функциялы үҙәккә үҙ ҡултамғағыҙ ҡуйылған махсус ғариза бирергә тейешһегеҙ.
Электрон ҡултамға тураһында мәғлүмәтте интернет селтәрендә табырға мөмкин. Уҡығыҙ! Белегеҙ!
Читайте нас: