ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
11 Декабрь 2019, 12:25

Тағы ла фажиғә...

Юлдағы авариялар тураһында гәзит биттәрендә әленән әле яҙып торабыҙ. Әммә... Бәлә урап үтер һымаҡ булһа ла иғтибарһыҙлыҡ, һаҡланмау сәбәпле ни бары бер секунд эсендә ҡайһы берәүҙәрҙең тормошо ҡырҡа үҙгәреүе мөмкин. 27 йәшлек йәш водитель Р. -ҙа Өфөгә имен-аман барып етермен тип уйлағандыр, тик...

«Эх, саҡ ҡына яйыраҡ килһәмсе» тип хәҙер үкенәлер ҙә. Ергәнде юғары тиҙлектә үтеп барған саҡта ул юл ситенән килгән 38 йәшлек П.-ны күрмәйерәк ҡала. Машинаға ҡаты бәрелгән ир бер-нисә минуттан йән бирә. Үҙ юлынан китеп барған айныҡ водителде язаға тарттырырҙармы, әллә ҡараңғыла күренмәй атлаған ир ғәйеплеме? Әле тикшереү эштәре бара.

Ни тиһәк тә бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын.Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, юлда иғтибарлырыҡ булығыҙ.

Читайте нас: