ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
24 Декабрь 2019, 16:42

Мутлашыусылар кеҫәңә ҡул һуҙа

Бөгөн мутлашыусылар бик һөҙөмтәле эшләй. Улар башта көсөргәнеш, паника тыуҙыра, хәүефләндерә. Шуға күрә йыш ҡына кис йә төндә шылтырата. Ә бар әҙәм йоҡлаған ваҡытта бәлә, ҡурҡыныс хәл тыуһа ғына шылтырытыу булырға ихтимал һәм кеше терәк һәм таяныс эҙләй башлай. Был ролде мутлашыусы үҙ өҫтөнә ала һәм ҡорбанына етди күрһәтмәләр бирә башлай!

Мутлашыусылар алһыҙ-ялһыҙ еңел аҡса эшләү ысулдарын эҙләгәндә һәр кемгә һаҡлыҡ саралары күреү мотлаҡ:


1.Бер кемгә лә бер ҡасан да үҙегеҙҙең банк картаһының пин-кодын, паролен хәбәр итмәгеҙ. Телефонығыҙға банк хеҙмәткәренән шылтыратыу йә смс-хәбәр килгәндә лә картағыҙҙа күрһәтелгән номер буйынса шылтыратып белешегеҙ!

2. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан тағы бер тапҡыр уйлап ҡарағыҙ. Хатта 1-2 минутлыҡ пауза ла һеҙҙең файҙаға буласаҡ. Мутлашыусылар тиҙ ҡарар ҡабул итергә саҡыра, һеҙгә нисек һәм нимә эшләргә кәрәклеге тураһындағы инструкция бирә – баш тартырға, туҡтарға, уйланырға ваҡыт бирмәй, аулай. Ә инде тәүге бер-ике аҙым эшләнһә, артабан инерция буйынса дауам итәсәк. Кемдер килеп бик “яҡшы, арзан, тиҙ генә байыта” торған тәҡдим яһай икән, ошо универсаль тәҡдимде – паузаны ҡулланығыҙ. Телефондан булһынмы, кеше һеҙҙең өйөгөҙгә, янығыҙға килеп хәбәрен һөйләһенме, һеҙ уйларға, кәңәшләшергә ваҡыт талап итә алаһығыҙ. Быға хоҡуғығыҙ бар!

3. Шундай хәлгә тарыһағыҙ, аралашыуға өсөнсө кешене йәлеп итегеҙ. Сит күҙлектән ҡараған кеше һеҙгә мутлашыусының баҫымынан йә иһә һөйкөмлөлөгөнән ҡотолорға ярҙам итер. Әлбиттә, “өсөнсөгә” һеҙ тәфсирләп тороп тәҡдим ителгән “шанс” тураһында һөйләргә тейеш булаһығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар яңғыҙ кешеләрҙе тиҙерәк тоҙаҡҡа эләктерә, уларға шаһиттар бөтөнләй кәрәкмәй, шуға тиҙерәк кемделер саҡырығыҙ.

Шуны ла иҫтә тотоу зарур: мутлашыусылар ҡорбанға күберәк оло йәштәгеләр, үҫмерҙәр, яңғыҙ йәшәгәндәрҙе һайлай. Әгәр ҙә һеҙ ошо категориянан икән, уяу булығыҙ.
Читайте нас: