ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
16 Ғинуар 2020, 18:01

Йәш быуынға тейешле иғтибар бүленәме?

Республика йәштәр психология һәм мәғлүмәт-методика үҙәге Ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр инициативаһын хуплау үҙәктәре белгестәре йәштәр араһында толерантлыҡты формалаштырыу, экстремизм, терроризмды профилактикалауға йүнәлтелгән саралар уҙғара, балиғ булмағандарҙан бригадалар ойоштора. "Ышаныс" социаль психология үҙәгендә ғаиләгә, үҫмерҙәргә, йәштәргә төрлө тренингылар, терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү юҫығында уйындар уҙғарыла.

Йыл һайын балалар, үҫмерҙәр, йәштәр араһында илһөйәрлек ғаилә һәм социаль ҡиммәттәрҙе нығытыу юҫығында саралар уҙғарыла.
Йәштәр советы, Яңы быуын, Еңеү волонтерҙары, Йәш гвардия, Йәштәр сәйәсәте лигаһы, Башҡортостан пионерҙары, Изгелекле кешеләр, маршал Жуков исемендәге йәш армия, ветерандар советы, инвалидтар йәмғиәте, Рәсәйҙең урындағы ДОСААФ бүлексәһе, "Хәрби туғанлыҡ" хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. 6 клубты берләштергән "Темп" үҙәгенә үҫмерҙәр йәлеп ителә. "Ағиҙел", "Спартаковсы", "Чайка", "Дебют", "Вита", "Ышаныс" хеҙмәте, һәм 16 ауыл биләмәһендә белгестәр эшләй. "Темп" үҙәгендә 38 түңәрәк алып барыла, унда 876 тәрбиәләнеүсе даими шөғөлләнә, шуларҙан 18 бала - ауыр тормош хәлендәгеләр.
"Ышаныс телефондары" даими эшләй, (3-56-50, 3-56-66) һандары буйынса ярҙам күрһәтелә, был ауыл халҡы өсөн уңайлы. Бөтә йәмғиәт ойошмалары һәм уларға ҡараған учреждениелары социаль селтәрҙәрендә йәштәр менән эшләү тураһында мәғлүмәт бирелә.
2019 йылда бөтәһе 189 сара уҙғарылған, унда12346 кеше ҡатнашҡан. Бындай саралар хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау, үҫмер, йәштәр мөхитендә толерантлыҡ идеяларын күтәреү, шулай уҡ милли мәҙәниәткә, телгә, традицияларға, ғөрөф-ғәҙәткә һөйөү уятыуға йүнәлтелгән. Йәйге һауыҡтырыу кампанияһында имен булмаған ғаиләләр, иҫәптә торған балаларҙы сәләмәтләндереү өҫтөнлөклө. Йыл һайын "Спартаковсы" лагеры базаһында профилле лагерь ойошторола.
Берәҙәклекте, ҡарауһыҙлыҡты булдырмау өсөн дәрестәр ҡалдырмау контролдә тотола. Балаларҙы урамдың үлемесле йоғонтоһонан аралау һәм сәләмәт йәшәүгә ылыҡтырыу мәсьәләһе көнүҙәктә ҡала. Насар ғәҙәттәргә, наркотик матдәләр, алкоголь ҡулланыуға кире ҡараш тыуҙырыу маҡсатында даими әңгәмәләр, спорт, мәҙәни саралар ойошторола.
Мәрхәмәтлек, кешелеклелек тойғоһо тәрбиәләүҙә инвалидтар һәм ҡарттар, балалар йорттарында уҙғарылған хәйриә сығыштарына йәлеп итеү отошло. Эшләнгән эш һөҙөмтә бирә. Кешенең ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, нәҡ ошондай мәлдә рухи, әхлаҡи сифаттар, спорт ҡаҙаныштарына һәләтлелек асыла.
Читайте нас: