ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
21 Ғинуар 2020, 11:50

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Статистикаға күҙ һалайыҡ: үткән йыл республикала 11554 янғын осрағы теркәлгән. Унда 273 кешенең, шул иҫәптән 11 баланың ғүмере өҙөлгән (2018 йылда был һан 232 булған).

Статистикаға күҙ һалайыҡ: үткән йыл республикала 11554 янғын осрағы теркәлгән. Унда 273 кешенең, шул иҫәптән 11 баланың ғүмере өҙөлгән (2018 йылда был һан 232 булған).
Районыбыҙҙа хәлдәр нисек? Мәләүез район-ара күҙәтеү һәм иҫкәртеү эше бүлеге начальнигы Рәил Ғайсин әйтеүенсә, былтыр 184 янғын һүндерелгән. Бигерәк тә Мәләүез ҡалаһында, Александровка, Аптраҡ, Арыҫлан, Ергән, Иштуған, Корнеевка, Мәләүез, Партизан, Первомай ауыл биләмәләрендә ут сығыуының артыуы күҙәтелгән.
Үкенескә ҡаршы, «ҡыҙыл әтәс» мөлкәткә генә зыян килтереп ҡалмай, күптәрҙең ғүмерен дә өҙә. Үткән йыл, мәҫәлән, алты кешене «теге донъяға» оҙатҡан (2018 йылда икәү һәләк булған).
Яҙ-көҙ – янғынға бай осор. Уның торлаҡ секторында сығыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмай, хәүефкә һала. Һандар түбәндәгене һөйләй: 2019 йылда 79 сүп-сар, ҡоро үлән яна, шулай уҡ 41 осраҡта өйҙә, 35 - дә – йорт ҡаралтыһында, 7 - транспортта, 6 - дачаларҙа, 5 - бесән-һалам, 2 - сауҙа нөктәһендә, берәр - етештереү, йәмәғәт объекттарында, келәттә янғын сыға. Төп сәбәбе: электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, мейестең һәм төтөн юлдарының төҙөк булмауы, ут менән һаҡһыҙ ҡулланыу. Бер генә осраҡта электр йыһазының төҙөк булмауы кешенең ғүмерен өҙә, ҡалған бишәүһендә фажиғәгә килтереүсе - тәмәке (иҫерек кеше уны ҡабыҙған килеш йоҡоға тала, йә һүндермәй ташлай).
Һыуыҡта күптәр бинаны йылытыу өсөн өҫтәмә электр ҡоралмалдарын ҡуллана. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу - бәләнең башы, сөнки янғын сыҡмауына бер кем дә гарантия бирә алмай. Мейесте файҙаланыр алдынан уның, төтөн юлының төҙөклөгөн тикшерергә һәм таҙартырға, ярылған урындарын һыларға кәрәк.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ут бер кемде лә аямай. Уны булдырмау беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Һаҡ булайыҡ!
Читайте нас: