ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
31 Ғинуар 2020, 16:45

Имен-аман булайыҡ тиһәк...

Ҡала һәм районда «Йәйәүле» профилактик операцияһы үтте.Был сара водителдәрҙең дә, йәйәү йөрөүселәрҙең дә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү һәм булдырмауға йүнәлтелде.

Үткән йылда Мәләүез районында 45 кеше машинанан тапалған, 6-һының ғүмере өҙөлгәгән. Һуңғы ғинуар айында ғына тағы ла ике йәйәүле транспорттан зыян күрә.
Быйылғы ҡарҙың күплеге лә аварияларҙың артыуына килтерҙе. Уларҙың күбеһе тәүлектең ҡараңғы ваҡытына тура килә, шуға ла яҡтылыҡты кире сағылдырыусы элементтарҙы ҡулланырға кәрәк.
Уҡыусыларға мәктәпкә барғанда-ҡайтҡанда юл аша сығырға тура килә. Балалар һаҡ йөрөһөн, һаулыҡтарын, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймаһын тиһәгеҙ, йыш ҡына уларға был турала иҫкәртеп торорға кәрәк. Светофор йәки зебра булмаған юлдан йөрөргә тырышмаһындар, хатта тейешле урындан сыҡҡанда ла иғтибарлылыҡ кәрәк. Бында инде үрнәкте балаға, тәү сиратта, ата-әсәһе күрһәтә.
Бөгөн кем генә транспорт йөрөтмәй! Шуға ла имен-аман булайыҡ тиһәк, һағыраҡ, ашыҡмайынса йөрөү зарур.
Читайте нас: