ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
10 Февраль 2020, 01:14

Бүреләр һөжүме

Һаҡлыҡ саралары зыян итмәҫ

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республика райондарының береһенә бүреләр һөжүме тураһында сираттағы видеояҙмаға аңлатма бирелде. "Рәсәйҙә ике Федоровка районы бар. Федоровка районында беҙҙең инспектор һәм хужалыҡ эшселәре тикшереп сыҡты, бүреләр табылманы".
Бынан алда социаль селтәрҙәрҙә вертолеттан төшөрөлгән икенсе видеола Бөрйән районы яғынан бүреләр яҡынлаша, йәнәһе. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында был мәғлүмәт тә кире ҡаылды.
Шул уҡ ваҡытта республиканың төрлө райондарында бүреләрҙең малға һөжүм итеүе билдәле. Ҡар күп урындарҙа ас бүреләрҙе бер ни ҙә ҡурҡытмай, тораҡ пункттарҙа аҙыҡ эҙләргә мәжбүр итә. Шуға күрә һаҡлыҡ сараларын да инҡар итергә ярамай.
Читайте нас: