ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
14 Февраль 2020, 17:15

Кешелекте тулыһынса буйһондорған

Телефондарҙың кеше организмына тәьҫирен ҡомаҡтарҙа тәжрибәләр аша өйрәнгән АҠШ-тың Лунд университеты профессоры Лэйф Сэлфорд: “Мейене телефондан таралған микротулҡындар менән ирекле нурландырыу - кеше өҫтөнән уҙғарылған иң ҙур биологик һынау”, тигән, шәхси тикшеренеүҙәренә нигеҙләнеп. Тимәк, нисек кенә тупаҫ яңғырамаһын, кешелек тә лабораторияларҙа тәжрибә үткән йәнлектән йыраҡ китмәгән. Заман ихтыяжына әйләнгән был электрон ҡоролманан бѳтѳнләй ваз кисеү мѳмкин дә түгел, әлбиттә, шулай ҙа ябай ғына һаҡланыу саралары оло бәләләрҙән ҡотҡарыр, бәлки.

Кешелекте физик йәһәттән дә, психик яҡтан да үҙенә ныҡ бәйләгән кеҫә телефонының, унан таралған магнит тулҡындарҙың хәүефле икәнлеген белеүен дә беләбеҙ юғиһә.
Ул кѳнѳ буйы һүнмәй эшләп кенә ҡалмай, ә һәр саҡ ҡул аҫтында һәм, ғәҙәттә, башҡа терәлгән хәлдә ҡулланыла. Һѳйләшкәндә тѳп нур таратыусы антенна тап баш мейеһе тәңгәленә тура килә һәм был ағзаның айырым ѳлѳштәрендә температура күтәрелә. Әңгәмәсе менән оҙағыраҡ аралашҡан саҡта телефон терәлгән ҡолаҡ япрағы ҡапыл эҫенеп, яна башлағандай тойола. Кеҫә телефонының түбән йышлыҡтағы нурланышы баш мейеһенең биоэлектр әүҙемлегенә йоғонто яһай һәм шуның менән уның эшмәкәрлеген боҙа. Бәғзеләрҙең телефонды будильник сифатында ҡулланып, баш осона һалып йоҡлауы ла, тимәк, насар ғәҙәт. Был осраҡта ла ул “йоҡламай”, ә пульсация режимында эшләүен дауам итә.

Читайте нас: