ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Хәүефһеҙ булһын юлдар

Алты автомобиль бәрелешкән

Илдә яңынан-яңы саралар күрелеүгә, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдар" милли проекты ғәмәлгә ашырылыуға ҡарамаҫтан, юлда аңһыҙ үлемдәр кәмемәй. 17 мартта дистанция һаҡламау сәбәпле, республикала ҡала эсендә алты автомобиль бәрелешкән, үлгәндәр юҡ, ә трассала аварияла биш кеше ауыр яра алһа, береһе урында һәләк була. Күрәһең, водителдәр үҙенең аяныс тәжрибәһе менән генә иҫәпләшә. Иң ҡыҙғанысы, ғәйепһеҙҙәр зыян күрә. 16 мартта юлды светофорға дөрөҫ сығып барған баланы бәрҙерәләр, ул - хәл эсендә. Ҡышҡы оҙайлы каникул осоронда ғына, йәғни 8 көндә республикала 68 аварияла 11 кеше яҡты донъя менән хушлаша, 87-һе төрлө йәрәхәт ала.
Юлда аҙ ғына иғтибарһыҙлыҡ, түҙемһеҙлек, дорфалыҡ төҙәтә алмаҫлыҡ хатаға сәбәп була, ғүмерҙәр ҡыйыла – транспорт менән идара итәһегеҙ икән, иң беренсе, яуаплылыҡ тураһында иҫтә тоторға кәрәк! Йәйәүлеләр, билдәләнгән урында ғына юл аша сығығыҙ - бер нисә минут бер нәмә лә хәл итмәй, ә бына ашығыу ҙур фажиғәгә килтереүе ихтимал!
Читайте нас: