ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ташҡын һорап килмәй

Район хакимиәтендә яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса ултырыш үтте. Унда ташҡынды имен үткәреү, хәүефһеҙлек сараларын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.

Район хакимиәтендә яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса ултырыш үтте. Унда ташҡынды имен үткәреү, хәүефһеҙлек сараларын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Артур Хәйруллин, ҡала биләмәһе башлығы Фәнил Исҡужин һәм ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Ринат Бикбулатов «ҙур һыу» ға әҙерлек барышы менән таныштырып үтте.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары ташҡын менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында гидротехника ҡорамалдарын әҙерләү менән бәйле эштәр хаҡында һөйләне.
Ташҡын һорап килмәй. Ул күп факторҙарға бәйле. Һауа торошо үҙгәреү, күпләп ямғыр яуыу һәм йылғаларҙа һыуҙың ҡапыл күтәрелеү ихтималлығын күҙ уңында тоторға һәм төрлө хәлгә лә әҙер булырға кәрәк.
Ер ҡарҙан әрселә башлау менән кешеләр тәбиғәткә ынтыла. Унда күңелһеҙлеккә тарымаҫ өсөн, һауа шарттарының тотороҡланыуын, йылға-күлдәргә һыу ҡайтыуын көтөргә кәрәклеген онотмайыҡ.
Бынан алдағы йылдарҙа балаларҙың һыуға батыуы менән бәйле төрлө аяныс күренештәр булғанын беләбеҙ. Яҙғы каникул ваҡытында уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ һәм аңлатыу эштәре алып барайыҡ.
Читайте нас: