ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ташҡын яҡынлаша

Быйыл яҙҙың иртә килеүе, көндәрҙең йылылығы көслө ташҡынға килтереүе ихтимал.

Ташҡынға ҡыш дауамында яуған ҡар, тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, һауа температураһы һәм башҡа күренештәр йоғонто яһай. Республикала йылғалар март айы аҙағында боҙҙан әрселә башланы. Был ғәҙәттәгенән 8-13 көнгә иртәрәк. Шул уҡ мәлдә ятҡылыҡтарҙа һыу запасы нормаға тура килә, ә көҙгө ямғырҙарҙан тупраҡта дым тупланыуы йылдағынан 50-60 процентҡа юғарыраҡ. Яҙғы ташҡын күләменең норманан 30-ҙан 160 сантиметрға тиклем күберәк булыуы көтөлә.
Ағиҙелдә һыуҙың кимәле ғәҙәттәгенән 10 процентҡа юғарыраҡ булыуы күҙаллана. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, быйыл ҡар ҡатламында һыу запасы аҙыраҡ булһа ла, кинәт йылытһа, ер ирегән ҡарҙы тиҙ генә һеңдереп өлгөрмәйәсәк, шул сәбәпле һыу кимәленең ныҡ күтәрелеүе ихтимал.Ташҡын үтә көслө булһа, республиканың 257 ауыл һәм ҡала биләмәһен һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Унда 80 меңдән ашыу кеше йәшәй. Иң ҙур хәүеф, әлбиттә, йылғаларға, һыу һаҡлағыстарға яҡын уйһыу ерҙәрҙә урынлашҡан ауыл-ҡалаларға янай. Бәләкәй йылғалар ҙа ярҙарынан сығыуы ихтимал, шуға күрә уяу булырға кәрәк. Йорт янындағы һыу юлдарын боҙҙан, сүп-сарҙан таҙартып ҡуйыу мотлаҡ.
Читайте нас: