Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
1 Апрель 2020, 15:32

Уттың ялҡыны ла яман

Илдә әле хәүефле мәл булһа ла яҙ етеүенә, йылы ҡояшҡа ҡыуанмай булмай. Тәбиғәт уяна, бар тирә-яҡ яңыра, тиҙҙән йәшелеккә, сәскәгә күмеләсәк. Әммә... Тап ошо осорҙа янғын осраҡтары ла бермә-бер арта. Үткән йылда апрель-май айҙарында ла уның йышайыуы күҙәтелгән. Шуныһы ғәжәп: уттың сығыуына күп ваҡыт кеше үҙе ғәйепле: сүп-сар һәм кипкән үләнде яндырғанда һаҡһыҙ эш итһенме, тәмәкене һүндермәйенсә ырғытһынмы, шырпыны балаларыҙың ҡулы етерлек урынға һалһынмы - һанап бөтөрөрлөк түгел.

Илдә әле хәүефле мәл булһа ла яҙ етеүенә, йылы ҡояшҡа ҡыуанмай булмай. Тәбиғәт уяна, бар тирә-яҡ яңыра, тиҙҙән йәшелеккә, сәскәгә күмеләсәк. Әммә... Тап ошо осорҙа янғын осраҡтары ла бермә-бер арта. Үткән йылда апрель-май айҙарында ла уның йышайыуы күҙәтелгән. Шуныһы ғәжәп: уттың сығыуына күп ваҡыт кеше үҙе ғәйепле: сүп-сар һәм кипкән үләнде яндырғанда һаҡһыҙ эш итһенме, тәмәкене һүндермәйенсә ырғытһынмы, шырпыны балаларыҙың ҡулы етерлек урынға һалһынмы - һанап бөтөрөрлөк түгел. Иң ҡурҡынысы: урамда, баҡсала, хужалыҡ ҡаралтылары тирәһендә ҡый яғыу һәм уны ҡарауһыҙ ҡалдырыу. Йылдар буйы сабылмайынса, таҙартылмайынса ятҡан кипкән үлән дә бала-сағаның иғтибарын йәлеп итә. Яҙ осоронда тап уға ут сыйыуҙан Рәсәйҙең ҡайһы бер ауылдарының юҡҡа сығыуын күҙәткәнебеҙ бар. Йыл һайын хужалыҡ ҡаралтылары, баҫыу, урмандар, йорттар яна. Шуның өсөн һәр кем өсөн ябай ғына булған янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү мөһим:
  • йорттағы һәм уның эргәһендәге участкаларҙы ваҡытында сүп-сарҙан, ҡыйҙан, үләндән, тиҙ тоҡана торған әйберҙәрҙән таҙартып торорға кәрәк;
  • ҡаралтылар янында һыу тултырылған һауыттың тороуы, әлбиттә, ҡамасауламаҫ. Баҫҡыстың булыуы (хатта ҡыйыҡта ла) мөһим;
  • ҡаралтыларға ут ҡапмаһын өсөн ер ярҙамында һыҙаттар эшләгеҙ.
  • эҫе һәм ел булғанда баҫыуҙа ут яғыу ҡәтғи тыйыла.
  • Йорт тирәһендә газ тултырылған баллон һәм тиҙ тоҡана торған шыйыҡсаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Ҡояшта линзаға әйләнеп ут сығыуына шешә, ярыҡ быяла ла сәбәпсе була, йорт тирәһен уларҙан таҙартып тороғоҙ.
    Электр селтәрҙәренең, электр, газ һәм кәрәсин йыһаздарының, мейестәрегеҙҙең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, дөрөҫ файҙаланығыҙ.
    Өйҙән сыҡҡанда электр йыһаздарының, газды, мейесте, шәмде һүндерегеҙ, уларҙы ҡарауҙы балаларға ҡушмағыҙ. Кескәйҙәрҙе үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ. Ут менән шаярыуға юл ҡуймағыҙ!
    Йортта, дача участкаларында янғын хәүефһеҙлегенә уларҙың хужалары яуаплы.
    Усаҡ һәм сүп-сар яҡҡан өсөн физик һәи юридик шәхестәргә 2 меңдән 200 меңгә тиклем штраф һалыу ҡаралған.
    Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге сүп-сарҙы яҡмаҫҡа, ә
    үтилләштерергә кәңәш итә. Ҡый йыйыу ҙа ойошторолған. Бынан тыш, йортоғоҙҙа һыу тултырылған һауыт, бер-нисә биҙрә, ут һүндергесе булыуы артыҡ булмаҫ. Был өйөгөҙҙө, ҡаралтыларығыҙҙы янғындан һаҡлар, бәлки кемделер үлемдән дә алып ҡалырға ярҙам итер.
    Ут сығыуына шаһит булһағыҙ тиҙ арала 01, 112 телефондарына шылтыратығыҙ.
    Рәил ҒАЙСИН,
    Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы.
    Читайте нас: