Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Апрель 2020, 13:40

Тәү сиратта - иммунитетты күтәреү

Коронавирус инфекцияһы таралған мәлдә нисек туҡланырға?

Коронавирус инфекцияһы таралған мәлдә нисек туҡланырға? Һорауға үҙәк район дауаханаһы методика кабинеты белгесе Ольга Евграфова яуап бирә:
- Иң беренсе, иммунитетты нығытыу тураһында уйлағыҙ. Бының өсөн витаминдарға бай йәшелсәләргә, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирегеҙ. Хәүеф төркөмөнә ингән өлкән йәштәгеләргә аҡһымға бай ризыҡ ашарға кәңәш ителә. Рационға балыҡ, диңгеҙ, һөт аҙыҡтары индерегеҙ. Консерваланған ризыҡтарҙан, ярымфабрикаттарҙан баш тартығыҙ. Ярманы аҙнаһына өс-дүрт тапҡырҙан арттырмаҫҡа тырышығыҙ. Эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн бактерияларға бай ризыҡ ҡулланығыҙ. Был йәһәттән ебетелгән алма (моченый) бик яҡшы. Шәкәрҙән, ҡыҙҙырылған аҙыҡтан, фастфудтан баш тартығыҙ. Аҙнаһына ике тапҡыр булһа ла, ҡош һәм һыйыр ите ашағыҙ. Инфекция ваҡытында өҫтәлегеҙҙә һәр ваҡыт С витаминына бай тоҙло кәбеҫтә, йәшел төҫтәге йәшелсәләр булһын. Диетологтар шулай уҡ В, А витаминдарына һәм магнийға бай аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә. Улар етен һәм зәйтүн майында күп. Һуған һәм һарымһаҡ та иммунитетты күтәрә.
Һыу, сәй, компот, һуттарҙы күп эсергә кәрәк. Ул матдәләр алмашыныуҙы ғына тиҙләтмәй, ә организмдан вирусты сығарыуға ла булышлыҡ итә.
Читайте нас: