ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Апрель 2020, 14:15

Текмәй генә битлек яһау ысулы

Медицина битлеге - вируслы инфекцияларҙан һаҡланыуҙа төп сараларҙың береһе. Әммә бөгөн дарыуханаларҙа уға ҡытлыҡ булыуы бер кемгә лә сер түгел. Һуңғы бер нисә аҙнала интернетта битлек тегеүҙең бик күп алымы барлыҡҡа килде. Һеҙгә энә ҡулланмай ғына бик еңел эшләнгән ысул тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн 50х50 сантиметр мамыҡ-кизе туҡыма һәм нәҙек резинка кәрәк. Иң тәүҙә резинканы 25-шәр сантиметр итеп ҡырҡығыҙ һәм ике түңәрәк эшләгеҙ. Туҡыманы ике ҡатлап һалығыҙ. Был процедураны тағы бер тапҡыр ҡабатлағыҙ һәм ике яҡ осонан түңәрәктәрҙе индерегеҙ. Аҙаҡ туҡыманың остарын резинка эсенә индерегеҙ. Битегеҙгә кейгәс, ипләп кенә өҫкө яғын танауға, аҫҡыһын эйәккә табан тартығыҙ.
Дарыуханан алынған битлек 1-2 сәғәткә етһә, үҙегеҙ теккән йәки яһағанды күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Тик уны файҙаланғандан һуң йыуып, үтекләп тотоноғоҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Читайте нас: