ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
13 Апрель 2020, 16:40

Битлекте йыуып кейәбеҙ

Коронавирустан һаҡланыуҙа битлек кейеү - төп шарттарҙың береһе. Быны бөгөн бер кем дә инҡар итә алмай.

Коронавирустан һаҡланыуҙа битлек кейеү - төп шарттарҙың береһе. Быны бөгөн бер кем дә инҡар итә алмай. Әммә һуңғы айҙарҙа уны дарыуханаларҙа табып булмай тиерлек. Булһа ла, бик тиҙ бөтә. Уларын да ҡулға билдәле күләмдә генә бирәләр. Өҫтәүенә ике сәғәттән артыҡ тотонорға ярамай, ти врачтар. Битлеккә ҡытлыҡ бер беҙҙә генә түгел. Уны бөтә донъяла еткерә алмайҙар тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ.
Республика халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн эшҡыуарҙар, ойошмалар күп тапҡыр ҡулланыла торған битлек тегә башланы. Үткән шәмбелә “Ишембай трикотажы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ҡаланың үҙәк майҙанында мәләүездәргә үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итте. Йомшаҡ, ике ҡатлы туҡыманан тегелгән битлектәрҙе алырға теләүсе күп булды.
Ул шуныһы менән уңайлы: кейеү ваҡыты дарыухананан алынған медицина битлегенән күберәк - 2-3 сәғәт. Бындай маскаларҙы йыуырға, ҡайнатырға, үтекләргә һәм дезинфекцияларға мөмкин.
Республика Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса Башҡортостанда тағы бер нисә предприятие күп тапҡыр ҡулланылған битлек тегеү эшен ойошторған. Беҙҙең ҡалала ла маска тегеп һатыусылар бар.
Читайте нас: