ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Битлек режимын боҙған өсөн штарф билдәләнде

Мәғлүм булыуынса, республикала үҙизоляция режимы менән бәйле ҡайһы бер сикләүҙәр бөтөрөлдө. Атап әйткәндә, халыҡҡа ирекле йөрөргә рөхсәт ителде, парктарға һәм скверҙарға, балалар майҙансыҡтарына инергә ярай.

Мәғлүм булыуынса, республикала үҙизоляция режимы менән бәйле ҡайһы бер сикләүҙәр бөтөрөлдө. Атап әйткәндә, халыҡҡа ирекле йөрөргә рөхсәт ителде, парктарға һәм скверҙарға, балалар майҙансыҡтарына инергә ярай.
Әммә 12 майҙан битлек режимы көсәйтелде. Ул йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткә кейеп йөрөүҙе күҙ уңында тота. Шуға бәйле йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, банктарҙа, күп функциялы үҙәктәрҙә, башҡа йәмәғәт урындарында һәм урамда битлек режимын мотлаҡ үтәүгә контроль көсәйтелә. Талаптарҙы боҙған өсөн штраф билдәләнде: граждандарға - 1-3 мең һум, юридик берәмектәргә - 50-100 мең һум. Район-ҡалала эске эштәр бүлеге, хоҡуҡ һаҡлау һәм тикшереү органдары вәкилдәре ҡатнашлығында рейдтар үткәреләсәк.
Битлекһеҙ йөрөү коронавирус инфекцияһының кинәт таралып китеүенә булышлыҡ итеүе ихтимал. Бындай күренеште башҡа илдәр миҫалында ла күрҙек. Ҡайһы бер төбәктәрҙә тап ошо сәбәпле халыҡтың яртыһынан күбеһе зыян күрҙе, үлем осрағы артты.
Әйткәндәй, бөгөн дарыуханаларҙа битлеккә, дезинфекция сараларына ҡытлыҡ юҡ. Был хаҡта “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы филиалы 19-сы дарыухана мөдире Сергей Молчанов хәбәр итте. Ойошмаларҙа кәмендә бер айға етерлек күп һәм бер тапғыр ҡулланылған битлектәр бар.
Урамға сығыу тыйылған ваҡыт хаҡында иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 65 йәшлектәр һәм унан өлкәндәргә, шулай уҡ хроник сирҙәр менән яфаланғандарға - киске сәғәт 8-ҙән таңғы 6-ға тиклем.
Уҡыусыларға киске 8-ҙән көндөҙгө 2-гә ҡәҙәр урамда йөрөргә ярамай.
Читайте нас: