ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Тәрбиәле балалар - киләсәктә лайыҡлы граждандар

Йәш быуынға үҙ һәләтен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биреү һәм үҙендә тайғаҡ юлға баҫыуҙан тыйылып ҡалырҙай ихтыяр көсө тәрбиәләү мотлаҡ.

Уҡыу йылы тамаланып, каникулдар башланыу менән мәктәп уҡыусылары, студенттарҙың көн тәртибе киҫкен үҙгәрә. Буш ваҡыт күп, ә ололар яғынан, киреһенсә, дилбегә бушатыла, контроль көсһөҙләнә. Тап ошо осорҙа үҫмерҙәр һәм йәштәр тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙар һаны арта. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балиғ булмағандар үҙ һәләттәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биреү һәм үҙендә тайғаҡ юлға баҫыуҙан тыйылып ҡалырҙай ихтыяр көсө тәрбиәләү мотлаҡ.
Районда хоҡуҡ боҙоуҙы алдан иҫкәртеү өсөн профилактика сараларына ҙур иғтибар бирелә. Айырыуса үҫмерҙәр араһында үткәрелгән аңлатыу эше һөҙөмтәле. Балиғ булмағандарҙың спиртлы эсемлек һатып алыуы һәм ҡулланыуына ҡарата ҡануниәт ҡәтғиләнеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙең йәмғиәттә был – йыш күренеш. Наркотиктар афәте бөтә донъяны, илде етеҙ тиҙлектә ялмап килеп, төбәктәрҙә лә киң тамыр йәйеүе, көндән-көн был упҡын яңы ҡорбандарҙы йотоуы сир эҙемтәләренең аянысын сағылдыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наркомандар кәмемәй. Быға наркотиктар төрө артыуы, төп ҡиммәттәр үҙгәреүе һәм рух зәғифлеге лә сәбәпселер.
Үҫмерҙәрҙең йәйге ялын, буш ваҡытын ойоштороу мотлаҡ. Районда ял һәм һауыҡтырыу лагерҙары балаларҙы ҡаршы алырға әҙер, һәм июлдән эш башларға рөхсәт булыуы - бик яҡшы хәбәр. Йыл һайын ауыр холоҡлолар өсөн йәйге палатка лагерында йәштәргә үҙ көсөн һынау мөмкинлеге бирелә. Хоҡуҡ һаҡлау, наркотиктарға ҡаршы көрәш органдары менән берлектә йәштәрҙе яңылыш юлдан йолоп ҡалыу маҡсатында тормошҡа дөрөҫ ҡараш, ихтыяр тәрбиәләү буйынса даими эш алып барыла. Профилактика сараларынан яңы алымдар эҙләү дауам итә. Әүҙем, сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә даими ҡатнашҡан йәштәрҙән бигерәк һәр саҡ ситтә ҡалған, төрлө сәбәптәр менән үҙен кәрәкмәгән итеп тойған, йылылыҡ етмәгән үҫмерҙәр, йәштәргә иғтибар бирергә, һәр береһен күҙ уңында тоторға кәрәк. Тап шундай ауыр тормошта ҡалған, бөгөн властан, тормош шарттарынан ҡәнәғәтһеҙлек кисергән, иртәһе көнөнә ышанысын юғалтҡандар наркотиктар тоҙағына эләгә. Ә бит нәҡ уларҙы экстремизм, терроризмда ла файҙаланалар. "Бындай хәүеф минең ғәзиздәремә янамай" тигән ҡарашта битарафлыҡ күрһәтеү – үҙе үк енәйәт. Ғаилә, мәғариф, йәмәғәтселек бер төптән эшләгәндә генә, йәш быуынды яңылыш аҙымдан һаҡлап ҡалып, илдең киләсәген тәьмин итерҙәй лайыҡлы граждандар тәрбиәләргә мөмкин.
Фото архивтан.
Читайте нас: