ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Әл дә ярай һеҙ бар

Үткән аҙнала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләнеОйошманың атамаһы үҙгәреп тора, әммә юл һәм хәрәкәт менән бәйле һәр кем өсөн ул яҡшы таныш хеҙмәт булып ҡала.Ҡалабыҙҙың ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы Денис Посадский етәкселегендә 19 кеше эшләй. “Ҡала-райондағы юлдар оҙонлоғон мең километр тирәһе тип алһаң да, инспекторҙар һаны аҙ, тип иҫәпләнә. Рәмил Айытов, Анастасия Понявина, инспекторҙар Игорь Арбузов, Илгиз Абдуллин, Михаил Суслов үҙҙәренә тапшырылған эште намыҫ менән башҡара”, - ти Денис Александрович.

Үткән аҙнала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне
Ойошманың атамаһы үҙгәреп тора, әммә юл һәм хәрәкәт менән бәйле һәр кем өсөн ул яҡшы таныш хеҙмәт булып ҡала.
Ҡалабыҙҙың ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы Денис Посадский етәкселегендә 19 кеше эшләй. “Ҡала-райондағы юлдар оҙонлоғон мең километр тирәһе тип алһаң да, инспекторҙар һаны аҙ, тип иҫәпләнә. Рәмил Айытов, Анастасия Понявина, инспекторҙар Игорь Арбузов, Илгиз Абдуллин, Михаил Суслов үҙҙәренә тапшырылған эште намыҫ менән башҡара”, - ти Денис Александрович.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары ҡурҡыныс тыуҙыра. Һуңғы 5 айҙа районда ете юл транспорты ваҡиғаһында ике кеше һәләк булған, алты кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Ҡала эсендә биш юл транспорты ваҡиғаһында - туғыҙ, Өфө - Ырымбур федераль трассаһында алты шундай уҡ ваҡиғала 14 кеше йәрәхәтләнгән.
Балаларға юлда йөрөү ҡағиҙәһен кесе йәштән өйрәтеү хәҙерге замандың иң актуаль мәсьәләһе булып тора. Миҫалға, ошо һуңғы биш айҙа ғына бер бала машина аҫтына эләкһә, икенсеһендә ата-әсәһенең вайымһыҙлығы арҡаһында ҡайышҡа эләктерелмәгән бәләкәс пассажирҙың сәбәпле зыян килгән.
Даими рәүештә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙә, сабыйҙар ҡатнашлығындағы һәләкәтте булдырмаҫ өсөн атай-әсәйҙәр йыйылышы, класс сәғәттәре, профилактика саралары, юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса инструктаж уҙғарыла, инспекторҙар уҡыусылар менән әңгәмәлә үткәреп тора.
Дөрөҫөн әйткәндә, юл аша сыҡҡанда, машинала барғанда балаларға тиҫкәре миҫалды үҙебеҙ күрһәтәбеҙ, түгелме? Шуға ла сараларҙа өйрәнгән белемдәрен практикала ҡулланып, үҙеңде ысын инспектор итеп хис итеү - икенсе хәл. Шуға ла йәш инспекторҙарҙы уларҙы үҙҙәре менән рейдҡа алып сыға.
Юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын асыҡлауҙы фото, видео теркәү ҡорамалдары еңелләштерә. Әммә юл инспекторҙарының эше уның менән генә сикләнмәй. Уларҙың тырышлығы менән енәйәттәр асыҡлана, урланған автомобилдәр табыла. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы полиция хеҙмәтенең ышаныслы һәм ныҡлы терәге лә.
Читайте нас: