ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Янғын сығыу ҡурҡынысы миҙгеленә әҙербеҙ

Быйыл ямғыр күп булманы, тип әйтерә була. Яуым-төшөм аҙ булдымы, урмандарҙа ут сығыу ихтималлығы арта, бәләкәй генә осҡондан да уның тоҡанып китеүен көт тә тор. Хәүефле осор етеү менән урмансының мәшәҡәте лә күбәйә: улар граждандар хәүефһеҙлеге һәм йәшел ҡалҡанды һаҡлау маҡсатында янғынға ҡаршы иҫкәртеү эше үткәрә. Урман һаҡсыларының ниндәй эш менән янып йөрөүе менән ҡыҙыҡһындыҡ. “Стәрлетамаҡ урман хужалығы” дәүләт учреждениеһы Рамазан Хәйҙәров менән әңгәмә башҡарылған саралар тураһында.

  • Рамазан Ғилметдин улы, янғын ҡурҡынысы осоронда ойошторолған саралар планына нимәләр инә?
  • Урманды янғындан һаҡлау буйынса беҙҙең тарафтан барлыҡ саралар планға ярашлы башҡарылды: “ҡыҙыл әтәс”кә ҡаршы юлдар булдырыу һәм файҙаланыу, минераль һыҙат ярыу һәм уларҙы ҡарау, урмандарҙа янғын хәүефе мониторингыһы үткәреү, агитация материалын әҙерләү һәм таратыу. Стәрлетамаҡ урман хужалығы ҡарамағында 175,8 мең гектар майҙанда урман барлығын билдәләп үтергә кәрәк. Уға Воскресенский һәм Мәләүез урмансылығы ла инә. Быйыл үрҙә телгә алынған биләмәләрҙә 5 километр оҙонлоҡта янғынға ҡаршы ер һөрөлдө, былтырғы 22 километры яңыртылды.
  • Әгәр халыҡ ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәһә, урманды янғындан һаҡлау буйынса һеҙҙең көс, тырышлыҡ ҡына етерлек түгел. Район халҡы менән киҫәтеү эше алып барыламы?
  • Янғын сығыуға күп осраҡта кеше сәбәпсе була. Быға бәйле беҙҙең ойошма хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән әңгәмә үткәрә. Шулай уҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тураһында иҫкәрмәләр таратабыҙ.
  • Рамазан Ғилметдин улы, янғын ҡурҡынысы осоронда гәзит уҡыусыларыбыҙға урманда үҙеңде тотоу ҡағиҙәһен иҫтәренә төшөрһәгеҙ.
  • Янғын ҡурҡынысы осоронда урманда шырпы, тәмәке төпсөгө, яғыулыҡ-майлау матдәһе булған шешәләр, быяла ватыҡтары ташлау тыйыла. Ағас янында, болондарҙа үләнле ерҙә усаҡ яғырға ярамай. Ҡағиҙәне боҙған кеше административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылыуын билдәләп үтеү урынлы булыр. Яза зыян күләменә бәйле.
  • Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
  • Читайте нас: