ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

“Һыуҙағы фажиғәләргә ҡаршы - бергәләп!”

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәтеЭҫе көндәр башланыу менән республика һыу-күлдәрендә батып үлеүселәр һаны кинәт артты. Был аҙнала ғына айырым көндәрҙә һыу ингәндә алты кеше һәләк булды. Ике көн эсендә Бөрө, Салауат һәм Ауырғазы районында 14 һәм 17 йәшлек ике бала батҡан.Оператив мәғлүмәт буйынса, йыл башынан республиканың һыу объектарында 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Статистика күрһәтеүенсә, һыу инеүселәр көндөң икенсе яртыһында йышыраҡ бата.Граждандарҙы һыуҙа һәләкәткә илткән сәбәптәр өсәү:

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәте
Эҫе көндәр башланыу менән республика һыу-күлдәрендә батып үлеүселәр һаны кинәт артты. Был аҙнала ғына айырым көндәрҙә һыу ингәндә алты кеше һәләк булды. Ике көн эсендә Бөрө, Салауат һәм Ауырғазы районында 14 һәм 17 йәшлек ике бала батҡан.
Оператив мәғлүмәт буйынса, йыл башынан республиканың һыу объектарында 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Статистика күрһәтеүенсә, һыу инеүселәр көндөң икенсе яртыһында йышыраҡ бата.
Граждандарҙы һыуҙа һәләкәткә илткән сәбәптәр өсәү:
  • Иҫерек хәлдә булыу;
  • Тәғәйенләнмәгән, йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү;
  • Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
  • Таныш булмаған, тыйылған урындарҙа һыу инмәҫкә кәңәш итәм. Унда көслө һыу аҫты ағымы, упҡындар, йылға төбөндәге лапылар, , тәрән урындар, һыуыҡ шишмәләр булыуы мөмкин.
    Айыҡ булмаған килеш, яңғыҙығыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан йыраҡҡа китеп йөҙмәгеҙ, йылға һәм башҡа төр һыу ятҡылыҡтарын йөҙөп сығырға маташмағыҙ, үҙегеҙҙең көсөгөҙ һәм мөмкинлегегеҙҙе һынамағыҙ.
    Балаларҙың яңғыҙҙарын һыуға яҡын ебәрмәгеҙ, бергә ял иткәндә иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
    Һыу инер өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ!
    Хәүефһеҙ тотоуға йүнәлтелгән ҡағиҙәләр уларҙы үтәмәгән атай-әсәйҙәрҙең, туғандарының әсе күҙ йәше менән һуғарылған! Шуға ла үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
    Һыу объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Яҡындарығыҙға һәм тирәләге кешеләргә ул ҡағиҙәләрҙе боҙоуға юл ҡуймағыҙ!
    Тик бергә генә үҙебеҙҙе һәм балаларҙы һыуҙағы трагедияларҙан һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ!
    Читайте нас: