Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ ерҙә түгел, һыуҙа ҡырыла

Йәкшәмбе Мәләүез янындағы Шагайка күлендә 28 йәшлек тағы бер кеше һыу аҫтына киткән. Күмертау ҡалаһынан ял итергә килгән йәштәр иҫерткес эсемлектәр ҡулланып кәйефләнеп алғас, өрөп тултырмалы матраста йөҙөргә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күл уртаһында улар иптәшенең һыуға ҡолауын иғтибарламай.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Виталий Ибраһимов һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе киҫәтә. “Бары тик махсус билдәләнгән урындарҙа ғына һыу инергә рөхсәт ителә. Балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Һай урындарҙа ла һәр саҡ улар менән йәнәшә булыу һорала. Иҫерек килеш һыу инмәгеҙ. Һалҡын һыуҙа ҡойоноу ҙа хәүефле. Бер ҡасан да йылғаны йөҙөп сыға алам, тип бәхәсләшмәгеҙ. Тәрнлеге билдәһеҙ урында юғарынан һыуға суммағыҙ, сөнки башты тишеп, иҫте юғалтҡан осраҡта үлем ҡурҡынысы бар. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ, батҡан кеше тын алмай башлағандан һуң ни бары 5-6 минут эсендә уға ғүмерен ҡайтарырға була. Оҙағыраҡ ваҡыт үткәндә инде һуң булыуы ихтимал!”- ти ул.
Читайте нас: