ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Эҙемтәһе аяныс

Эскеселек эҙемтәләре йәмғиәт өсөн ни тиклем хәүефле икәнлеген аңлағас, был сиргә ҡаршы көрәш көсәйтелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның тамырын ҡорота алманыҡ, асылған ил сиге аша халыҡты юҡҡа сығарырлыҡ яңы афәт ныҡлы тамыр йәйҙе.фото:eylistan.rbsmi.ru

Эскеселек эҙемтәләре йәмғиәт өсөн ни тиклем хәүефле икәнлеген аңлағас, был сиргә ҡаршы көрәш көсәйтелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның тамырын ҡорота алманыҡ, асылған ил сиге аша халыҡты юҡҡа сығарырлыҡ яңы афәт ныҡлы тамыр йәйҙе.

Федераль хеҙмәт күрһәткестәре

  • Рәсәйҙә 18 миллиондан ашыу кеше наркотик ҡуллана, шуның 8 миллионы сирләй, доза табыу өсөн теләһә ниндәй енәйәткә әҙер ауырыу.
  • 10 наркомандың 9-ы инъекция төрөндә ҡабул итә.
  • Бөтә донъя буйынса әйләнештәге иң көслө наркотик һаналған героиндың 20 процентын рәсәйҙәр ала.
  • Ҡурҡыныс факттар
    • Уртаса алғанда наркомандарҙың күпселегенә 18 йәш тә юҡ
    • 10 наркомандың 6-һы балиғ булған, әммә 30 йәш тә тулмаған
    • Ауырыуҙарҙың дөйөм һанының бишенсе өлөшө 13 йәш тә тулмағанда был афәткә тарыған
    • 7 йәштән бәләкәй балаларҙың бәйлелеге лә һирәк күренеш түгел хәҙер
    • Наркомандар араһында 30 йәштән артыҡ йәшәгәндәр һирәк
    • Статистика күрһәткестәре буйынса 90-сы йылдарҙа илдә йылына 500 тоннаға тиклем наркотик һатылған. Күптәр үлемесле сиргә дусар булды. Иң аяныслыһы киләсәкте тәьмин итер йәш быуынға һөжүм көсәйҙе. Бөгөн дә уның төрлөлөгө балаларҙың аңламай ҙа шул ҡапҡанға эләгеүенә килтерә. Быға кем ғәйепле, яуаплылыҡ кемгә ята?..
      Читайте нас: