ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һыу менән дә шаярырға ярамай

Уттан, һыуҙан ҡалмай тигән боронғо әйтем тәбиғәт көсөнөң сикһеҙлеге һәм уға бер кем дә ҡаршы тора алмауы тураһында иҫкәртә. Ләкин әҙәм балаһының киҫекһеҙлеге лә сикһеҙ.

Эҫе көндәрҙә бар халыҡ һыу буйына ашыға. Кем ҡайҙа урын таба. Шул уҡ ваҡытта яңылыҡтар таҫмаһында ғәзиздәрен юғалтыу тураһында хәбәрҙәр көн дә яңырып тора. Бына бөгөн генә эргәлә башҡа кешеләр булһа, әсәһе саҡ ҡына күҙ яҙҙырыуға Борай районындағы ҡыҙ һыу төбөнә китә - 15 йәшлек баланы ҡотҡарып өлгөрә алмайҙар. Ә Яңауыл районынан ете йәшлек ҡыҙ сослоғо арҡаһында ғына иҫән ҡала - ағым уны бөтөнләй алыҫҡа ҡаршы ярға алып китә, ундағы ағас ботаҡтарына йәбешеп өлгөргә ҡыҙҙы Айҙар Рамазанов исемле йәш кеше күреп ҡала. Улар араһында ялда спиртлы эсемлек эскән оло кешеләр ҙә етерлек. Бынау ут эҫҫеһендә эсеү өсөн бөтөнләй баш эшләмәҫкә тейешме икән ул!?
Эҫелә ҡапыл һыуға инеү ҙә хәүефле, ныҡ ҡыҙған организм күтәрә алмауы ихтимал, бында йәш роль уйнамай, спорт менән шөғөлләнгәндәр ҙә үҙ-үҙенә артыҡ ышанып харап булып ҡуя...
Районында ла һыу буйында фажиғәле һәләк булыусылар тураһында ишетелеп тора. Шуға күрә айырыуса балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙегеҙ ҙә таныш булмаған урында абай булығыҙ, һаҡлыҡ сараларын инҡар итмәгеҙ. Һыу менән дә шаярырға ярамай, хатта бассейнда ла бәлә һағалауы ихтимал - 4 июлдә мунса комплексы бассейнында 6 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар. Фажиғәле осраҡ 4 июлдә Мәләүез ҡалаһында теркәлгән. Тикшереү бара, республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡыҙыҡай өләсәһе һәм 8 йәшлек ағаһы менән мунсала булған.
Читайте нас: