ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һаҡлыҡ сараларын инҡар итмәгеҙ

Бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған вирус ҡорбанын эш, ял урындарында, транспортта, магзиндарҙа, хатта үҙ йортоңа ингән ишек тотҡаларында, яндауырҙа - бөтә ерҙә һағалауы ихтимал. Йәмәғәт урындарында һаҡлыҡ сараларын күҙәтеүҙе тикшереү көсәйтелде.

Коронавирустың исеме генә яңғырауыҡлы, матур, ғәмәлдә, бик ауыр сир. Ҡан тамырҙарын, үпкәне зарарлай һәм кеше тын ала алмай. Ул тиҙ таралыуы, оҙаҡ һаҡланыуы менән бик ҡурҡыныс. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 27 июлгә республикала бер тәүлектә тағы 36 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 607-гә еткән. 1536 пациент - амбулатория шарттарында, 204-е стационарҙа дауалана. 35 кеше - ауыр хәлдә. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан вафат булыусылар теркәлмәгән, уларҙың дөйөм һаны 22-гә еткән.Ведомство мәғлүмәте буйынса, яңы коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республикала 4845 кеше һауығып сыҡҡан.
Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 818 120 сирле асыҡланған, уларҙың 5635-е - һуңғы тәүлектә. 603 329 кеше һауыҡҡан. Эпидемия башланғандан алып илдә бөтәһе 13354 сирле донъя ҡуйған.
Һаҡлыҡ сараларын күҙәтегеҙ:бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған вирус ҡорбанын эш, ял урындарында, транспортта, магзиндарҙа, хатта үҙ йортоңа ингән ишек тотҡаларында, яндауырҙа - бөтә ерҙә һағалауы ихтимал.
Читайте нас: