Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Вирус сигенергә уйлаймы?

Сикләү саралары кәметелеү сәбәпле, мотлаҡ битлек һәм бирсәткә кейеү тәртибе индерелде һәм йәмәғәт урындарында уның үтәлешен тикшереү көсәйтелде.

Сикләү саралары кәметелеү сәбәпле, мотлаҡ битлек һәм бирсәткә кейеү тәртибе индерелде һәм йәмәғәт урындарында уның үтәлешен тикшереү көсәйтелде.
Роспотребнадзор идаралығы билдәләүенсә, республикала үҙизоляциянан сығыуҙың икенсе этабы ҡарала. Ләкин йәмәғәт урындарында һаҡлыҡ сараларын инҡар итергә ярамай: 1,5-2 метр араны күҙәтеү, битлек кейеү, ҡулға бирсәткә кейеү йә махсус шыйыҡса менән эшкәртеү талабы ҡала әле. Шулай уҡ күҙгә, ауыҙ-танауға йыуылмаған ҡул менән ҡағылыу хәүефле. Вирус шаярмай, уның мәкерлелеге тураһында мәғлүмәт етерлек, эҙемтәләре ҡурҡыныс. Шуға күрә хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Читайте нас: