Конгэк
+20 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
27 Июль 2020, 19:39
Янғын сәбәпле кеше ғүмере өҙөлгән
#дәүергеройы#янғынУрман янғыны юлында бер кемде лә, бер нәмәне лә аямай.
Урман янғыны юлында бер кемде лә, бер нәмәне лә аямай. Ошоно яҡшы аңлаған, бәләнең масштабын күҙаллаған ир уҙаманы, һаулығына ҡарамай, битараф ҡала алмаған. Белорет районының Сермән ауылынан 60 йәшлек Рәсүл Сафин үҙ теләге менән Белорет районындағы Ҡыраҡа һыртына юлланған. Ни сәбәптән ут сыҡһа ла, уның эҙемтәһе аяныс: алтынға бәрәбәр урман фонды юҡҡа сыға, күпме йәнлек һәләк була - ҡасан әле янғын үткән ер терелә, уныһы билдәһеҙ. Ошоларҙы күҙаллағандыр инде илһөйәр. Күңел, намыҫ талабы менән ярҙамға ашҡынған ир урман янғыны менән көрәштә ярҙам итергә өлгөрмәй ҡала - йөрәге туҡтай.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәрхүм ирекмәндең туғандары менән осрашты.һәләк булған ирекмәндең ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Бер яҡтан был - барыбыҙға ла ҙур һабаҡ, кемдеңдер вайымһыҙлығы сәбәпле янғын сығып, кеше ғүмере өҙөлһә, икенсе яҡтан, тыуған ергә һөйөү өлгөһө.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты