Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һәр кем үҙе хәл итә

Пандемия осрағында кеше үҙе өсөн генә түгел, яҡындары, халҡы өсөн дә яуаплы.

Мәкерле коронавирус яңы мөхиттә үҙгәреүгә һәм яраҡлашыуға һәләтле булыуы менән ҡурҡыныс, шул сәбәпле дауалау ҡатмарлаша. Вакцинация мәсьәләһе лә шуға тотҡарлана. Ҡасандан бирле донъя кимәлендә төрлө илдәрҙең ғалимдары баш вата. Июнь айында хәүеф кәмей инде тигәндә АҠШ-та фәнни-тикшеренеү институтында вирустың структураһында яңы мутация билдәләрен тапҡандар. Вирусологтар осло өлөшөндә сәләмәт күҙәнәктәргә инеү өсөн махсус энәләр барлыҡҡа килеүен күҙәтә - был уның таралыу һәләтен тағы ла көсәйтә.
Ниндәйҙер ауырыуға ҡаршы вакцина әҙерләү оҙаҡ ваҡыт талап итә - 3-тән 5 йылға тиклем. Коронавирус хәүефен иҫәпкә алып, барыһы ла икенсе тулҡынға тиклем сараһын табырға тырыша, әммә әлегә тиклем бер илдә лә бындай ҡатмарлы штамм менән осрашырға тура килмәгән. Рәсәйҙә инфекцияға ҡаршы фәндәр академияһы белгестәре етди эш алып бара - көҙгә вакцина әҙер булыуы тураһында хәбәр ҙә бар. Ләкин артабан вирус ниндәй ҡиәфәткә инер – быны бер кем дә әйтә алмай. Шуға күрә дөйөм кешелек тиҙерәк коллектив иммунитет булдыра алһа, ғәҙәти тормошҡа ҡайтыу мөмкинлеге лә тыуа, тиҙәр белгестәр.
Бөгөн битлек, бирсәткә, санитар-гигиена талаптарын күҙәтеү төп сара булып ҡала. Һәр кем үҙе хәл итә, әлбиттә, әммә атай-әсәйегеҙ, балаларығыҙ, туғандарығыҙҙы ла уйларға кәрәк.
Читайте нас: