Конгэк
+17 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
5 Август 2020, 12:51
Һаҡлыҡ саралары көсәйтелде
Үлемесле сирҙең таралыу-таралмауы һәр кешенең мөнәсәбәтенә бәйле.
Күҙгә күренмәгән афәткә ҡаршы көрәш дауам итә. Иркенләп, хәүефләнмәй генә йәшәге килә, әлбиттә. Әммә һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү генә бөгөнгә һөҙөмтә бирә, үлемесле сирҙең таралыу-таралмауы һәр кешенең мөнәсәбәтенә бәйле. Битлек, бирсәткәләрҙе йәмәғәт урындарында кейеүгә һалҡын ҡарау эҙемтәһе аяныслы булыуы ихтимал.
Башҡортостанда көн дә 2 мең ихата һәм 15 мең подъезд санитар эшкәртеү үтә. Коронавирус таралыуын иҫкәртеү ҡағиҙәләренә ярашлы, подъездар ике аҙнаға бер, бәләкәй архитектура объекттары аҙна һайын махсус эшкәртелергә тейеш. Муниципалитеттарға сентябргә тиклем етерлек препараттар, һаҡланыу саралары бүленгән.
Эпидемиология хәле насарайған осраҡта халыҡ йәшәгән урындарҙа инфекция таралыуға юл ҡуймау маҡсатында күп ҡатлы йорттарҙың дөйөм ҡулланыу урындарында һәм халыҡ йәшәгән ерҙә асыҡ урындарҙа (тротуарҙар, эскәмйәләр, туҡталыштар һ.б) иҫкәртеү саралары көсәйтелә. Covid-19 диагнозы раҫланып, амбулатор дауаланыуҙа, үҙҡурсаланыуҙа булған кешеләр йәшәгән йорттарға айырым иғтибар бүленә. Йәмәғәт урындарын көнөнә ике тапҡыр - иртәле-кисле, ә күп ҡатлы йорттарҙа төндә генә дезинфекция үткәреү ҡаралған. Ҡулланылған препараттар кеше һәм хайуандар өсөн зарарһыҙ. Шулай ҙа эшкәрткәндән һуң 30-40 минут подъезға сыҡмай тороу хәйерле.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
2024 йылда әсәлек капиталына ниндәй үҙгәрештәр индереләсәк
Хәтергә һеңгән һандар