ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
5 Август 2020, 14:47

Парктарҙа тартыу тыйыла

Янғын сығыуға күп осраҡта кеше сәбәпсе икәнлегенә дәлилдәр етерлек. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса фажиғәлә 194 кеше, шул иҫәптән 7 бала һәләк булған. Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ут сығыу сәбәптәрен ентекле өйрәнгәс, күпселек осраҡта кешенең ут менән һаҡһыҙ ҡулланыуы, һүндерелмәгән тәмәке ташлау сәбәпсе булыуын асыҡлай. Йәмәғәт урындарында тартыу тыйыла - штраф һалына.

Янғын сығыуға күп осраҡта кеше сәбәпсе икәнлегенә дәлилдәр етерлек. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса фажиғәлә 194 кеше, шул иҫәптән 7 бала һәләк булған. Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ут сығыу сәбәптәрен ентекле өйрәнгәс, күпселек осраҡта кешенең ут менән һаҡһыҙ ҡулланыуы, һүндерелмәгән тәмәке ташлау сәбәпсе булыуын асыҡлай.
Тәмәкенең хәүефен һәм эргәләге башҡа кешеләргә зарарын иҫәпкә алып, Башҡортостанда йәшәүселәргә туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр тураһында закон көсөнә инде, уға ярашлы, бының өсөн штраф - 500 һум, ҡабат боҙған осраҡта 1000 һум.
Туҡталыш, парк, скверҙарҙан тыш, республикала ошо көндән үткәүелдәрҙә, ял итеү, туризм зоналарында, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү урындарында, асыҡ һауала мәҙәни, театр-концерт, спорт, ижтимағи-сәйәси саралар уҙғарған ваҡытта тәмәке тартыу тыйылды.
Читайте нас: