Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
14 Август 2020, 14:36

Августа һыу инергә яраймы

Халыҡ һынамышына ҡараһаң, августа һыу инергә ярамай, әммәкөн эҫе булһа, халыҡ яр буйына ашыға. Шул уҡ ваҡытта йылғала хәүефһеҙлек саралары тураһында оноторға ярамай.

Халыҡ һынамышына ҡараһаң, августа һыу инергә ярамай, әммәкөн эҫе булһа, халыҡ яр буйына ашыға. Шул уҡ ваҡытта йылғала хәүефһеҙлек саралары тураһында оноторға ярамай.
Рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ. Ҡырағай пляждарҙа фажиғә, бәлә-ҡаза күп. Айырыуса балаларҙың һәләк булыуы борсоуға һала. Ололарҙан башҡа уларҙы һыу буйына ебәрмәгеҙ – баланың унда ағын ергә, өйрөлтмәккә эләгеүе бар. Үҫмерҙәрҙе алдан ҡағиҙәләр менән таныштырығыҙ.
Һыуға һикереү һәм сумыу хәүефле һәм үлемесле булыуы ихтимал. Сумыр алдынан һыу ятҡылыҡтарын яҡшы белһәгеҙ ҙә, башта ҡаршылыҡтарюҡлығын тикшерегеҙ. Инвалид коляскаһында кешеләрҙе күргәнегеҙ барҙыр… Статистика мәғлүмәте буйынса уларҙың яртыһы - сумғанда баш менән бәрелеү эҙемтәһендә арҡа мейеһе һәм муйын умыртҡалары йәрәхәте алған ғүмерлек ғәриптәр. Дауыл йәки йәшен ваҡытында һыу инер алдынан, иң тәүҙә йөҙ тапҡыр уйлап ҡарағыҙ. Ниндәй генә яҡшы физик формала булһағыҙ ҙа, яҙмышығыҙҙы һынамағыҙ. Һауа торошо насар икән, яр буйында ҡалығыҙ.
Һыу буйында иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ. Һауа температураһы юғары булғанда, ул хәлдең насарайыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, хроник йөрәк-ҡан системаһы, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәренең киҫкенләшеүенә килтерә. Һыуҙа бәләгә осраған һәр икенсе кешенең эскәнлеге асыҡлана.
Һыуҙың сифаты менән алдан ҡыҙыҡһынығыҙ. Күп кенә инфекция ауырыуҙары һыу ятҡылыҡтары һыу аша йоҡҡанын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Һеҙ уны йотҡандан ғына түгел, ә хатта, ябай лайла биҙҙәре йәки тире аша йоғорға мөмкин. Һаҡ булығыҙ, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.
Фото: https://yandex.ru/search/
Читайте нас: