ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
21 Август 2020, 19:48

Ял бәләгә әйләнмәһен

Йәй айҙары тамамланыуға бара, каникулдың һуңғы көндәре, һыу инеү миҙгеле үтеүгә ҡарамаҫтан, йылға, быуа, күл буйҙарында ял итеп ҡалырға теләүселәр етерлек. Әлбиттә, балалар менән тәбиғәт ҡосағында үткәргән ваҡыт ҡабатланмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Ҡомарлылар балыҡ ҡармаҡлай, ҡатын-ҡыҙ, яр буйын тәмле еҫкә күмеп, аш-һыу әҙерләй, ә балалар...Фото интернеттан асыҡ сығанаҡтарҙан.

Йәй айҙары тамамланыуға бара, каникулдың һуңғы көндәре, һыу инеү миҙгеле үтеүгә ҡарамаҫтан, йылға, быуа, күл буйҙарында ял итеп ҡалырға теләүселәр етерлек. Әлбиттә, балалар менән тәбиғәт ҡосағында үткәргән ваҡыт ҡабатланмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Ҡомарлылар балыҡ ҡармаҡлай, ҡатын-ҡыҙ, яр буйын тәмле еҫкә күмеп, аш-һыу әҙерләй, ә балалар...
Хәҙер һәр кемдә - телефон, камера, мәлде тотоп алғы килә. Үҫмерҙәр иң хәүефле урындарҙа, кәмәләрҙә сайҡала-сайҡала селфи яһап, интернет селтәрҙәрендә халыҡты таң ҡалдырырыға ашыға. Кескәйҙәр уйынға әүерәп, хәүефһеҙлек тураһында бөтөнләй онота: ағаслыҡ булһа, төпкәрәк инеп, унда нимә йәшеренгәнен белергә кәрәк, һыу ҙа серлелеге менән арбай, һалҡыныраҡ булһа ла, сәсрәтеп уйнау – ниндәй кинәнес, ә текәрәк ярҙан бигерәк мауыҡтырғыс күренә. Ундай ярҙан ҡолап төшөп, Иглин районындағы балыҡсы яҡты донъя менән хушлашҡан. Илештән өс ир кәмәлә әйләнеп, береһе һәләк булған. Ололарҙың ял һылтауынан спиртлы эсемлектәр ҡулланыуы сәбәпле фажиғәләрҙе һанап та бөтөрлөк түгел. Һыу ятҡылыҡтарында батып үлеүселәрҙең 80 проценты спиртлы эсемлек эскәне билдәле. Ундайҙарға диңгеҙ тубыҡтан, ә бала ҡайғыһы төштән һуң, әммә бындай күңел асыуҙар төҙәтә алмаҫлыҡ фажиғәгә килтереүе, ғүмерлек ҡайғыға һалыуы бар - ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙың бәләгә тарыуы ихтимал.
Фото интернеттан асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: