Конгэк
-26 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
14 Октябрь 2020, 01:04
Ғәҙәттән тыш режим индерелерме
Хәҙер ғәҙәттән тыш шарттарҙа йәшәйбеҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәт ағзаларын ғәҙәттән тыш хәл режимында эшләргә саҡырҙы. «Рәсми рәүештә республикала юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә. Ләкин хәҙер ғәҙәттән тыш шарттарҙа йәшәйбеҙ. Мартта йәйгә бөтәһе лә үтер һәм беҙ ғәҙәти тормошҡа ҡайтырбыҙ тип иҫәп тотҡайныҡ. Килеп сыҡманы. Беренсе этапты һәйбәт кенә үттек, хәҙер хәл ҡатмарлыраҡ. Сир йоҡтороу осраҡтары күп, бөтәһе лә тынысланды, битлек режимын үтәүселәр аҙ. Бындай була. Тормош үҙе төҙәтер», — тине Радий Хәбиров 13 октябрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Хөкүмәт ағзаларына мөрәжәғәт итеп, республика етәксеһе төп иғтибарҙы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә йүнәлтеү мөһимлеген әйтте. «Әгәр халыҡ ауырып вафат булһа, инвестициялар һәм ихаталар ни өсөн кәрәк. Оҙайлы көрәш юлына әҙер булығыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит