ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
17 Ноябрь 2020, 13:52

Ҡыш һалҡыныраҡ, ләкин...

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, ләкин ҡыш үҙенең ап-аҡ паклығы, йәнгә тыныслыҡ биргән һиллеге, әкиәттәгеләй биҙәлгән урман-ҡырҙарҙың серлелеге менән айырыуса арбай.Ләкин был гүзәллекте тойоу өсөн, ауырымаҫҡа, йәғни һаҡланыу сараларын күҙәтергә, имунитетты нығытырға кәрәк.

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, ләкин ҡыш үҙенең ап-аҡ паклығы, йәнгә тыныслыҡ биргән һиллеге, әкиәттәгеләй биҙәлгән урман-ҡырҙарҙың серлелеге менән айырыуса арбай. Һыуыҡта биттәре алланған кешеләр ҙә матурыраҡ күренә. Ҡыш иң тылсымлы Яңы йыл байрамын бүләк итә, уны балалар ғына түгел, йәше-ҡарты тулҡынланып көтөп ала. Ләкин быға һөйөнөп йәшәү өсөн, һәр ваҡыт саманы белергә, ауырымаҫҡа кәрәк. Һауа торошона ярашлы кейенмәй, һалҡында оҙаҡ йөрөһәң, ауырыу эләктерергә лә була. Нәҡ ошо миҙгелдә һыуыҡ тейҙереү, бөгөн киң таралған төрлө киҙеү йоҡтороу хәүефе арта, етмәһә, быйыл тажлыһы айырыуса хаттинлашты. Шуға күрә иң мөһиме - һаҡланыу сараларын күҙәтеү, иммунитетты нығытыу.
Рәсәй Гидрометүҙәге белдереүенсә, быйыл 2019 йылдағы аномаль йылы ҡыштың ҡабатланыуы көтөлмәй. Ил биләмәһендә температураның нормаға ярашлы булыуы күҙаллана, йәғни ҡыштың былтырғынан һалҡыныраҡ, ләкин, дөйөм алғанда, һыуыҡ булмауы көтөлә. Шул уҡ ваҡытта уның һүҙҙәренсә, илдең Европа өлөшөнөң төньяҡ яртыһында, Урал федераль округында, Себерҙең көнбайыш һәм урта өлөшөндә ҡыш көнө һауа температураһы норманан юғарыраҡ булыр, моғайын. Ләкин ҡышҡа аныҡ фараздар бирергә әлегә иртәрәк.
Читайте нас: