ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
19 Ноябрь 2020, 18:30

Даими контроль мотлаҡ

Беҙҙең районда ла ауырыусылар көндән-көн арта.Министрлыҡ регламентына ярашлы, подъезд һәм лифттарҙа дезинфекция аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр уҙғарылырға тейеш. Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Һуңғы осор яңы вирус сәбәпле ғүмерҙәр өҙөлөүе тураһында хәбәрҙәр йышайҙы, беҙҙең районда ла ауырыусылар көндән-көн арта. Ғәҙәти киҙеү осоронда төрлө яҡлы көсөргәнеште һәр организм күтәрә алмай, хроник сир булғанда хәүеф тағы ла көсәйә. Етмәһә, һаҡлыҡ саралары ла инҡар ителә. Төрлө мәғлүмәт тә кешене ялҡытты.
Әлбиттә, кешеләр һәр ваҡыт ябыҡ ишек артында ултыра алмай. Магазинға, дарыуханаға сығырға, , эшкә барырға кәрәк… Подъезд һәм лифттарҙың сикләнгән киңлегендә эпидемиологик хәүеф арта. Шуға күрә уларҙы эшкәртеү бик мөһим. Эш идара итеүсе компанияларҙан тора, улар хәүефте мөмкин тиклем кәметергә бурыслы. Министрлыҡ регламентына ярашлы, подъезд һәм лифттарҙа дезинфекция аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр уҙғарылырға тейеш. Идара итеүсе ойошманың подъезд һәм ихаталарҙы дезинфекциялау журналы, дезинфекция һәм шәхси һаҡланыу саралары, мәғлүмәт стендында дезинфекция графигы булыуы мотлаҡ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: