ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
23 Ноябрь 2020, 01:56

Телефондан да бысраҡ нәмә юҡтыр

Инфекция ояһы бына ҡайҙа икән ул...

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте иҫкәртә: төрлө йәмәғәт урындарында ҡулдан төшмәгән бик кәрәкле мобиль ҡорамал һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал. Хәүеф тыуҙырыусы сәбәптәр: - йыуылмаған ҡул менән төрлө ерҙә ҡулланыла; - телефон йыш ҡына ҡулдан ҡулға күсә; - күп осраҡта һөйләшкәндә ул биткә яҡын килтерелә; - гаджеттарҙың боҙолоуынан ҡурҡып, күптәр уны таҙартмай; - инфекция ояһы туалетҡа ла алып инәләр. Нисек һаҡланырға? Иң беренсе, ҡулдар гигиенаһын күҙәтеү мотлаҡ, йәғни йәмәғәт урындарынан һуң ҡулдарҙы һабынлап 20 секунд дауамында ентекле йыуырға һәм бер тапҡыр файҙалана торған салфетка менән ҡоротҡансы һөртөргә кәрәк. Һәр ваҡыт үҙең менән антисептик матдә, салфетка йөрөтөү зарур. Йыуыу мөмкинлеге булмағанда ла ҡул таҙа булырға тейеш. Икенсенән, телефонды, айырыуса биткә тейгән урындарын даими таҙартып тороуҙы инҡар итергә ярамай. Ҡабы булһа, уны систереп, айырым дезинфекциялау талап ителә. Ғәмәлдә булмағаны яҡшыраҡ. Киҙеү, вируслы инфекция, шулай уҡ коронавирусты йоҡтормау өсөн спирт нигеҙендә дезинфекция сараларын ҡулланыу отошло. Телефонды даими, шулай уҡ эш көнө тамамланғас, мотлаҡ таҙартыу үлемесле сирҙән аралап ҡалыр.
Читайте нас: