Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
26 Ноябрь 2020, 00:07

Сикләүҙәр 2022 йылға тиклем оҙайтыла

Нимә тураһында һүҙ бара? Һылтанма аша инеп уҡығыҙ.Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.

Роспотребнадзор ҡарарына ярашлы, Рәсәйҙә яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймауға бәйле барлыҡ карантин һәм иҫкәртеү саралары 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтыла. Йәмәғәт урындарында битлек кейеү, социаль дистанцияны һаҡлау, бәйләнештә булғандар өсөн мотлаҡ изоляция кеүек сикләүҙәрҙе оҙайтыу һәм башҡалар хаҡында һүҙ бара. Шулай уҡ эштә дезинфекция үткәреү һаҡлана, уҡыу йорттарында күп кеше ҡатнашҡан саралар тыйыла. Үҙгәрештәр коронавирусҡа тест уҙғарыу ваҡытына (ул 48 сәғәт менән сикләнә), пациентты стационарҙан амбулатор шарттарҙа дауаланыуға ҡайтарыу ҡағиҙәләренә лә ҡағыла. Хәҙер дауахананан сығарыу өсөн ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһен көтөргә кәрәкмәй. Тик коммуналь фатирҙа, ятаҡта йәки ҡунаҡханала, шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһында йәшәгәндәр сығарылмай.
Фото асыҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: