ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
24 Декабрь 2020, 12:25

Өшөмәҫ өсөн нисек кейенергә?

Декабрҙең һуңғы ун көнөндә Башҡортостанда һауа торошо һалҡын булыуы көтөлә. Ялға ҡарай ҡар яуыуы мөмкин, яуым-төшөм менән бергә елдең тиҙлеге лә көсәйеүе ихтимал. Өшөмәҫ өсөн дөрөҫ кейенергә кәрәк.

Декабрҙең һуңғы ун көнөндә Башҡортостанда һауа торошо һалҡын булыуы көтөлә. Ялға ҡарай ҡар яуыуы мөмкин, яуым-төшөм менән бергә елдең тиҙлеге лә көсәйеүе ихтимал. Өшөмәҫ өсөн дөрөҫ кейенергә кәрәк.
-Көҙөн һыуыҡ көндә битте шарф менән бәйләйбеҙ һәм бик дөрөҫ эшләйбеҙ. Әсе елдән һаҡланыуҙың иң яҡшы сараһы ул. Әммә был ысулды ҡышҡы һалҡында ҡулланыу тыйыла, - ти фельдшер Рима Йәғәфәрова. - Ауыҙ-танауҙан сыҡҡан йылы тын шарф аша үтеп, боҙға әйләнә һәм артабан боҙло “фильтр” аша тын алырға тура килә. Бының һөҙөмтәһендә тиҙ арала тамаҡ шешә, ангина барлыҡҡа килә. Һыуыҡ көндә тик танау аша ғына тын алырға ғәҙәтләнергә кәрәк. Муйынығыҙҙы, түшегеҙҙе ҡалын шарф менән урағыҙ.
Урамға сығыр алдынан эҫе сәй, кофе эсеүҙән тыйылып тороғоҙ. Ҡайнар эсемлек һәм аш ҡан тамырын киңәйтә. Һөҙөмтәлә һыуыҡҡа сығыу менән киңәйгән тамыр аша һеҙҙең үҙ йылығыҙ тиҙ сарыф ителәсәк. Сәсегеҙҙе йыумай тороғоҙ. Сәбәбе шул уҡ – ҡан тамыры киңәйеүе. Көн һайын йыуыу ғәҙәтен ваҡытлыса ташлағыҙ. Сәсегеҙҙе матурлауҙың башҡа сараһын табығыҙ.
Танау тонған ваҡытта тамыҙа торған сараларҙы ҡулланмай тороғоҙ. Ул ҡан тамырын, киреһенсә, ҡыҫа. Был осраҡта тын алыу ағзаларының иммунитет системаһы боҙола. Ә ҡышын танау-тамаҡ төрлө вирус-бактерия таралған осорҙа сәләмәт булырға тейеш.
Иртән майлы икмәк, ҡаҙы ашағыҙ. Һалҡынға сыҡҡас, организмды йылытырға энергия барлыҡҡа килһен өсөн аҙыҡ юғары калориялы булырға тейеш. Сыр, семга, палтус кеүек майлы балыҡ та бик файҙалы.
Битегеҙгә майлы крем һөртөгөҙ. Кейемдең ҡалынлығы мөһим түгел. Бер ҡат кейем өҫтөнә тун кейеүгә ҡарағанда бер нисә еңел кофтаны ҡатлап кейеү яҡшыраҡ. Мәҫәлән, футболка, свитер йәки кофта, уның өҫтөнән куртка. Кейемдәр араһындағы һауа йылыны нығыраҡ һаҡлай. Һыуыҡта ялан баш йөрөү тыйыла. Башлыҡ һыуыҡ тейеүҙән генә түгел, ә сәс ҡойолоуынан да һаҡлар.
Читайте нас: