ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
11 Ғинуар 2021, 14:30

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай

Былтыр йыл башынан Мәләүез районы биләмәһендә 214 янғын сыҡҡан, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәт алған. Республика буйынса ошондай фажиғәлә 211 кеше, шул иҫәптән 10 бала һәләк булған.

Былтыр йыл башынан Мәләүез районы биләмәһендә 214 янғын сыҡҡан, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәт алған. Республика буйынса ошондай фажиғәлә 211 кеше, шул иҫәптән 10 бала һәләк булған.
Янғын сығыу сәбәптәре булып өлкәндәрҙең һаҡһыҙ ҡыланыуы, кескәйҙәрҙең ут менән шаярыуы тора. Ғаилә тәрбиәһендә балаларҙың йыш ҡына шырпы менән шаярыуына иғтибар бирелмәй. Өс-биш йәшлектәр уйнағанда өлкәндәрҙең ҡылығын, эш-хәрәкәтен ҡабатлай. Уларҙың үҙаллылыҡҡа ынтылышы бигерәк тә яңғыҙы ҡалғанда һиҙелә. Шуға ла өлкәндәр сабыйҙарына уттың ҡурҡыныс көс булыуы, һаҡһыҙ ҡулланғанда ҡот осҡос ҡазаға килтереүе хаҡында һөйләргә тейеш. Бәхетһеҙлеккә, өлкәндәр был турала онота, үҙҙәре үк шырпы менән уйнарға шарттар тыуҙыра: уларҙы ҡарауһыҙ фатирҙа, бүлмәлә ҡалдыра. Кескенә ҡулдарға шырпы килеп эләкһә, бәлә-ҡаза ҡотолғоһоҙға әүерелә.
Күп осраҡта кешеләр янғында юғары температуранан түгел, ә ағыулы төтөндән тонсоғоп үлә. Был ни эшләргә кәрәклеген белмәүҙән килеп сыға. Балалар был осраҡта урамға сығып йүгерәһе урынға, өй эсендә йәшеренә.
Ҡәҙерле ата-әсәләр! Биш минутҡа ла кескәйҙәрегеҙҙе яңғыҙын ҡалдырмағыҙ! Шырпы, ут тоҡандырғыс, еңел тоҡана торған шыйыҡсаларҙы, дарыуҙарҙы, көнкүреш химия әйберҙәрен буй етмәҫ урында һаҡлағыҙ. Газ, электрика приборҙар менән үҙ аллы ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ. Ут менән уйнауҙың ҡурҡынысы хаҡында балаларға аңлатығыҙ. Хәүеф-хәтәр сыҡҡан хәлдә улар өлкәндәргә хәбәр итергә йәки »112» һаны буйынса телефондан шылтыратырға тейеш. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, һәләкәт осоронда төрлө ситуацияла үҙеңде дөрөҫ тотоу хаҡында һөйләргә кәрәк. Улар экстрен хеҙмәттәр телефоны һанын, йәшәгән адресын яттан белергә тейеш. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: балаларҙың хәүефһеҙлеге - беҙҙең уртаҡ бурыс.
Читайте нас: