ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
1 Февраль 2021, 19:43

Юлдар тәғәйен урынға алып барып еткерһен

Юл ғазабы - гүр ғазабы, тиҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының ысынбарлыҡҡа тап килеүе йыш күҙәтелә. Юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында байтаҡ саралар күрелһә лә, авариялар кәмемәй. Быға һауа торошо ла сәбәпсе була, әммә водителдәрҙең ғәйебе менән дә фажиғәләр аҙ түгел: ашығыу, артыҡ егетләнеү, транспорт төҙөкһөҙлөгө, иҫарткес эсемлек ҡулланыу... ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 30 ғинуарҙа республика юлдарында ете авария теркәлгән, уларҙа ун бер кеше йәрәхәт алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2500 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын теркәгән, эскән килеш рулгә ултырған 51 водитель тотолған. 31 ғинуар ҙа тыныс үтмәгән – Кушнаренко районында, Мәскәү–Өфө федераль трассаһындағы 1263-сө саҡрымында, “Лада Гранта” менән ҡаршы килгән “Skania” йөк автомобиле бәрелешә. Видеояҙмала күренеүенсә, еңел автомобилдән тимер өйөмө генә тороп ҡалған.Тағы ла ике йәп-йәш егет юҡ булды - ғаилә һәм туғандары өсөн ғүмерелек ҡайғы килде, кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыу. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге 19 йәшлек водитель “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнсе үк һәләк була, өс пассажиры тән йәрәхәттәре ала. Улар араһынан Илеш районынан булған 18 йәшлек егет медицина учреждениеһында йән бирә. Юлда күпме ғүмер, яҙмыштар селпәрәмә килә. Яңы тормош юлына баҫҡан, дәртләнеп йәшәрҙәй, киләсәктә ғаилә ҡороп балалар үҫтерерҙәй йәштәребеҙҙе юғалтабыҙ.

Юл ғазабы - гүр ғазабы, тиҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының ысынбарлыҡҡа тап килеүе йыш күҙәтелә. Юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында байтаҡ саралар күрелһә лә, авариялар кәмемәй. Быға һауа торошо ла сәбәпсе була, әммә водителдәрҙең ғәйебе менән дә фажиғәләр аҙ түгел: ашығыу, артыҡ егетләнеү, транспорт төҙөкһөҙлөгө, иҫарткес эсемлек ҡулланыу...
ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 30 ғинуарҙа республика юлдарында ете авария теркәлгән, уларҙа ун бер кеше йәрәхәт алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2500 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын теркәгән, эскән килеш рулгә ултырған 51 водитель тотолған. 31 ғинуар ҙа тыныс үтмәгән – Кушнаренко районында, Мәскәү–Өфө федераль трассаһындағы 1263-сө саҡрымында, “Лада Гранта” менән ҡаршы килгән “Skania” йөк автомобиле бәрелешә. Видеояҙмала күренеүенсә, еңел автомобилдән тимер өйөмө генә тороп ҡалған.Тағы ла ике йәп-йәш егет юҡ булды - ғаилә һәм туғандары өсөн ғүмерелек ҡайғы килде, кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыу. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге 19 йәшлек водитель “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнсе үк һәләк була, өс пассажиры тән йәрәхәттәре ала. Улар араһынан Илеш районынан булған 18 йәшлек егет медицина учреждениеһында йән бирә.
Юлда күпме ғүмер, яҙмыштар селпәрәмә килә. Яңы тормош юлына баҫҡан, дәртләнеп йәшәрҙәй, киләсәктә ғаилә ҡороп балалар үҫтерерҙәй йәштәребеҙҙе юғалтабыҙ.
Читайте нас: